Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Тарихи хәтергә таянайыҡ

10 декабрҙә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 30 йыллығына арналған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция алдынан, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы күп милләтле Рәсәй халҡының берҙәмлеген һаҡлауға бәйле көнүҙәк мәсьәләләр буйынса “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙо. Сараның темаһы – “Геосәйәси саҡырыуҙар шарттарында Рәсәйҙең милли-мәҙәни берләшмәләре” – илдә һуңғы осорҙа тотороҡлолоҡто емереүгә йүнәлтелгән эштәргә яуап булараҡ һайланды. Билдәле булыуынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылда үткән VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында “Беҙ тарихи хәтергә таянабыҙ” тип белдергәйне. Ошоға бәйле, әлеге фекер алышыуҙа Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеген тарихыбыҙҙы боҙоуға йүнәлтелгән эштәргә ҡаршы тороу, хәҡиҡәтте, традицион ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау аша хәстәрләү бурыстары ҡаралды. Сараның модераторы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, Башҡортостан Фәндәр академияһының төп ғилми хеҙмәткәре Юлдаш Йосопов, кәңәшмәне а
Оглавление
    Тарихи хәтергә таянайыҡ
Тарихи хәтергә таянайыҡ

Тарихи хәтергә таянайыҡ

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы күп милләтле Рәсәй халҡының берҙәмлеген һаҡлауға йүнәлтелгән көнүҙәк мәсьәләләр буйынса “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙо.

10 декабрҙә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 30 йыллығына арналған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция алдынан, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы күп милләтле Рәсәй халҡының берҙәмлеген һаҡлауға бәйле көнүҙәк мәсьәләләр буйынса “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙо.

Сараның темаһы – “Геосәйәси саҡырыуҙар шарттарында Рәсәйҙең милли-мәҙәни берләшмәләре” – илдә һуңғы осорҙа тотороҡлолоҡто емереүгә йүнәлтелгән эштәргә яуап булараҡ һайланды.

Билдәле булыуынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылда үткән VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында “Беҙ тарихи хәтергә таянабыҙ” тип белдергәйне. Ошоға бәйле, әлеге фекер алышыуҙа Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеген тарихыбыҙҙы боҙоуға йүнәлтелгән эштәргә ҡаршы тороу, хәҡиҡәтте, традицион ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау аша хәстәрләү бурыстары ҡаралды.

Сараның модераторы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, Башҡортостан Фәндәр академияһының төп ғилми хеҙмәткәре Юлдаш Йосопов, кәңәшмәне асып, һуңғы йылдарҙа Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының гуманитар өлкәлә үҫеш үҙәгенә әйләнеүен, республика тарихын өйрәнеүгә нигеҙле ҡараш кәрәклеген билдәләне. Нәҡ ошо аспекттар профессор Булат Аҙнабаевтың “Башҡортостан тарихы концепцияһы” тип аталған докладында ҡаралды. Ғалим әйтеүенсә, марксизм тәғлимәттәре аша өйрәнелгәнлектән, төбәгебеҙ тарихы сикләнгән, ул социаль һәм мәҙәни институттарҙың бер-береһе менән үрелеп барыуындағы ҡатмарлылыҡтарҙы аңлатыу һәләтенә эйә түгел.

Профессор “тарихи антропология” алымын ҡулланырға тәҡдим итә. “Һөҙөмтәлә үткән ваҡиғаларҙағы иҡтисади йәки сәйәси серҙәрҙе генә түгел, ә уларҙың эске мәғәнәһен – йәмғиәттең үҙ донъяһын нисек аңлауын, ҡабул итеүен – белергә мөмкин, – ти ғалим. – Был Башҡортостан – этник йәһәттән төрлө, ярым күсмә традициялары, үҙенсәлекле йолалары, хоҡуҡи ғөрөф-ғәҙәттәре булған төбәк – өсөн айырыуса көнүҙәк”. Булат Аҙнабаев республиканың ғилми-эксперт мөхитендә әлеге идеяға бәйле күптән әүҙем фекер алышыу барғанын билдәләне.

Виталий Воропаев (Силәбеләге Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы), Әхмәт Ярлыҡапов (Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығының Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты), Эльвира Рязанова (Н.Н. Миклухо-Маклай исемендәге Рәсәй Фәндәр академияһының Этнология һәм антропология институты) тарихи хәтер, мәҙәниәт һәм хоҡуҡ, уларҙың граждандар берҙәйлеген формалаштырыуҙағы өлөшө мәсьәләләрен ҡараны, үткәндәге низағлы ваҡиғаларҙың актуалләшеүенә бәйле хәүефтәрҙе анализланы.

Заманға янаған ҡурҡыныс хәлдәрҙе тикшереүгә айырым иғтибар бүленде. Был йәһәттән ғалим Азамат Буранчиндың сығышын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланылар. Ул “Махсус хәрби операция шарттарында сит илдәрҙә этносепаратистик эшмәкәрлек” тигән докладында тотороҡло структураны емереүгә йүнәлтелгән эштәргә системалы анализ яһаны, тарихи хәтерҙе һаҡлау мөһимлеген билдәләне. Атап әйткәндә, Азамат Буранчин Украина власы органдарының коллектив Көнбайыш менән берлектә Рәсәйҙең милли республикаларында төрлө алымдар аша этносепаратистик “янғын” тоҡандырырға ынтылыуын белдерҙе, бының маҡсаты – илдәге хәлде тотороҡһоҙландырырға, Рәсәй дәүләтен емерергә тырышыу. Башҡортостан ошо мәғлүмәт һуғышында “айырым урын” биләй, тине эксперт һәм, һүҙҙәрен раҫлап, Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡтың Хәл-торош үҙәге белешмәләрен килтерҙе: унда республикабыҙ мәғлүмәт һөжүмдәре иҫәбе буйынса Рәсәй субъекттары араһында тәүгеләр рәтендә.

Шулай ҙа сит ил акторҙары маҡсатына өлгәшә алмай. Бының сәбәбен ғалим махсус хәрби операцияның дәүләтебеҙ халҡының милли аңына тәрән инеүе, уртаҡ маҡсатта берләштереүе менән аңлата.

Ғалим Азат Бирҙин “Рәсәй менән Башҡортостан дәүерҙәр һынылышында: фәлсәфәүи уй-фекерҙәр һәм тарихи аналогиялар” тигән доклад менән сығыш яһаны. Ул илебеҙ, республикабыҙ тарихын тикшереүҙә яңы алымдар ҡулланыу кәрәклеген билдәләне.

“Түңәрәк өҫтәл” барышында үткәнебеҙҙең милли берҙәмлек нигеҙе булыуы хаҡында әүҙем фекер алышыу булды. Сарала ҡатнашыусылар билдәләүенсә, тарихыбыҙҙы эҙмә-эҙлекле, бәйләнешле итеп формалаштырырға кәрәк. Эксперттар ялған мәғлүмәттәргә ҡаршы көрәштең аныҡ алымдары, тарихи дөрөҫлөктө һаҡлауҙа фәндең өлөшө хаҡында ла һөйләште.

Азат БАДРАНОВ, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры вазифаһын башҡарыусы:

– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 30 йыллығы геосәйәси саҡырыуҙар шарттарында илебеҙҙең милли-мәҙәни берләшмәләре эшмәкәрлеге тураһында эксперттар кәңәшмәһе үткәреүгә яҡшы нигеҙ булды. МХО башланғас, Европа илдәренең бер нисәһендә Рәсәй халыҡтары араһында ыҙғыш, дошманлыҡ барлыҡҡа килтереүгә йүнәлтелгән төрлө лига, үҙәк, комитеттар булдырылды, улар дәүләтебеҙҙең милли-мәҙәни ойошмаларын үҙ эштәренә ылыҡтырырға маташа.

Билдәле булыуынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезында тарихи хәтерҙе һаҡлау мөһимлеге тураһында белдерҙе. Республика етәксеһе төбәгебеҙҙә ялғанлыҡ, ғәйбәт нигеҙендә тыуған буталсыҡ осраҡтарҙы ла телгә алды. “Ул осорҙа беҙгә шуның аша мотлаҡ үтергә кәрәк булғандыр. Ҡатмарлы низағлы һынауҙы уҙып, бөгөн милләтебеҙгә нимә кәрәклеген аңлау өсөн. Халҡыбыҙҙы дошманлыҡ юлынан алып китеп, уның дәүләтебеҙҙең күп милләтле ғаиләһендә үҫешеүенә кәртә ҡуйырға маташҡандарҙың ысын йөҙөн асыҡлау өсөн”, – тине республика етәксеһе.

Был һүҙҙәрҙең Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезында әйтелеүе үтә мөһим булды. Киләсәгебеҙ өсөн ысынлап та янып-көйөп эшләгән милли-мәҙәни берләшмәләр этносепаратизмдан йыраҡ тора, ил халыҡтарының дөйөм тарихи юлын хәүеф аҫтына ҡуймай.

Ватаныбыҙ дошмандарының төп ҡоралдарының береһе – тарихыбыҙға тап төшөрөргә тырышыу. Шуның өсөн Рәсәйҙең күп милләтле халҡының берҙәмлеген нығытыу, тарихи дөрөҫлөктө, традицион ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау милли-мәҙәни ойошмаларҙың эшмәкәрлегендә төп маҡсат булырға тейеш. Был күптән түгел ҡабул ителгән 2036 йылға тиклем дәүләт милли сәйәсәтен үҫтереү стратегияһында асыҡ сағылыш тапҡан.

Фотолар: Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһынан.