Өфөлә Бөтә Рәсәй XVII “Батырлыҡ йондоҙлоғо” фестиваленең төбәк этабында ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы һәм Рәсәй Федерацияһының Граждандар оборонаһы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм эҙемтәләрҙе бөтөрөү эштәре буйынса министрлығы ярҙамында Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы эгидаһы аҫтында “Герой балалар” Бөтә Рәсәй гражданлыҡ-патриотик проекты сиктәрендә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә батырлыҡ күрһәткән балаларҙы хөрмәтләү тантанаһы үтте. “Батырлыҡ йондоҙлоғо” фестивале – Рәсәй һәм республикабыҙ тарихының тағы бер героик йылъяҙмаһы. Бөгөн сит кешенең бәләһенә битараф булмаған кешеләргә рәхмәт һүҙҙәрен әйтеү айырыуса ҡыуаныслы, улар көн һайын батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ ҡылған һәм әле лә ысын кешелек сифаттарының юғары икәнен иҫкә төшөрә. Сарала ҡатнашыусыларҙы Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, эске хеҙмәт полковнигы Владимир Горин, Федерация Советы сенаторы Олег Голов, Башҡортостан Р
Янғында бар туғандарын ҡотҡарған Алинаға миҙал тапшырҙылар
12 декабря 202512 дек 2025
1
1 мин