11 декабрҙә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында республика Башлығы Радий Хәбиров “Бөтә донъя башҡорттары: халыҡ дипломатияһына 30 йыл – халыҡ-ара һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек юҫығында ижтимағи коммуникациялар” халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашты. Пленар ултырыш алдынан Радий Фәрит улы Рәсәй төбәктәрендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре вәкилдәре менән аралашты. Араларынан, мәҫәлән, Свердловск өлкәһенән Светлана Ҡалмырҙина һөйләүенсә, уларҙа 30 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Үҙәк күп осраҡта милли мәҙәниәтебеҙ менән таныштыра, уны үҫтерә. – Беҙ үҙенең тамырҙары, тарихы менән ҡыҙыҡһынғандарға, туған телебеҙҙе өйрәнергә, милли музыка ҡоралдарында уйнарға теләгәндәргә ярҙам итәбеҙ, – тине Светлана Ҡалмырҙина. – Башҡортостан Башлығы гранттары өсөн рәхмәт, улар ярҙамында төрлө саралар, конкурстар үткәрәбеҙ. Мәҫәлән, “Йырлы һүҙ” проекты нигеҙендә мәктәп уҡыусылары башҡорт телен халыҡ йырҙары, уйындары аша өйрәнде. Ырымбур өлкәһендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге баш белгесе Аурика Ишҡыуа
“Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы – халыҡты берләштереүсе көс”
11 декабря 202511 дек 2025
2 мин