13 декабрҙә “Башҡортостан Республикаһында шәхси медицина эшмәкәрлеге тураһында” Законға үҙгәрештәр индерелә. – Үҙгәрештәр шәхси клиникалар эшмәкәрлегенә ҡағыла: улар пациенттарға Һаулыҡ һаҡлау министрлығының клиник күрһәтмәләре нигеҙендә медицина ярҙамын күрһәтеүҙе тәьмин итергә тейеш, – тип аңлатты яңылыҡтарҙы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Закон медицина ярҙамы сифаты стандарттарын пациенттың уны ҡайҙа – дәүләт клиникаһындамы йәиһә шәхси клиникаламы, алыуына ҡарамаҫтан, берҙәмләштереүгә йүнәлтелгән. Шәхси медицина учреждениеларының клиник тәҡдимдәргә инеү мөмкинлегенән тыш, уларҙы көндәлек табиплыҡ практикаһында ҡулланыуҙы тәьмин итергә тейешлеге тураһында һүҙ бара. Был – хәүефһеҙлек һәм табиплыҡ хатаһы хәүефен кәметеү мәсьәләһе. Республикала медицина хеҙмәттәре сифаты берҙәм заманса ҡараштар менән билдәләнергә тейеш, ә медицина ойошмаһының милек рәүеше менән түгел. Парламент спикеры әйтеүенсә, күп шәхси клиникалар элек тә клиник тәҡдимдәргә таянды, әммә зак
Башҡортостанда шәхси клиникалар тураһында закон көсөнә инә
12 декабря 202512 дек 2025
1 мин