Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендәге дауаханаға,”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, “Орторент-кисть” тип аталған заманса хәрәкәт аппараты алынды. Ул юғары ослоҡ быуындарын роботлаштырылған механотерапия менән дауалау өсөн ҡулланыла. Был юғары технологиялы комплекс неврологик һәм травматологик тайпылыштары булған пациенттарҙы реабилитациялауҙа яңы мөмкинлектәр аса. Ул ҡул суғын һәм бармаҡтарҙы әүҙем һәм пассив һауыҡтырыу өсөн тәғәйенләнгән. Был ғәмәл тергеҙеүгә ҡарашты тулыһынса үҙгәртә. Терапия инсульттан һуң һөҙөмтәле реабилитациялау өсөн файҙаланыла.Үҙәк һәм периферия нервы системаһына килтерелгән зарарҙан һуң ауырыуҙы тергеҙеү, әмәлиәттәрҙән һәм имгәнеүҙәрҙән ҡалған эҙемтәләрҙе бөтөрөү, артрит һәм артроздарҙы дауалау өсөн дә уңышлы ҡулланыла. Аппарат ҡул суғына теүәл, билдәләнгән дозала тәьҫир итә. Пациенттар үҙҙәренең тырышлыҡ һөҙөмтәһен яҡшы күрә ала, ә был дауалау барышына мотивацияны һиҙелерлек арттыра. "Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжитель