Быйыл Волга буйы федераль окугының (ПФО) балалар һәм йәштәре театры фестивалендә ҡатнашыуға Башҡортостандан 124 ғариза бирелгән, йәш артистарҙың һаны 1700-ҙән ашҡан. Был һандар хатта ойоштороусыларҙы ла һоҡландыра. Һәм бына, ниһайәт, республика этабында еңеүселәр билдәле. Баһалама ағзаларына быйыл айырыуса ҙур көс түгергә тура килгән, сөнки 124 эштең һәр береһен ҡарап баһалау арытып ҡына ҡалмай, ә ижади яуаплылыҡты ла арттыра. Спектаклдәр араһында төрлө жанрҙағылары бар. – Спектаклдәрҙе “оҡшай – оҡшамай” тип ҡараманыҡ. Һәр беребеҙҙең – үҙ тәжрибәһе, үҙ ҡарашы, шулай булһа ла, дөйөм фекергә килә алдыҡ, – ти театр тәнҡитсеһе, жюри ағзаһы Ирина Шәмсетдинова. Ул әйткәненсә, фестивалдә бик күп балалар театры ҡатнаша, улар йәштәргә ҡарағанда ла күберәк. “Бының өсөн педагогтарға ҙур рәхмәт. Был һәүәҫкәр коллективтарҙың мөмкинлектәре төрлө, шул иҫәптән финанс яғынан да. Шуға ла балаларҙың унда килгәне, ә өлкәндәрҙең улар менән эшләгәне өсөн генә лә ныҡ шатбыҙ”, – тип ҡыуанысын белдерә тәжрибәл
"Театрлы Волга буйы"ның Башҡортостан буйынса еңеүселәре кем?
9 декабря 20259 дек 2025
2 мин