Руслан Яманбаевтың исеме спорт һөйөүселәргә, айырыуса бералыш төрҙәрен үҙ итеүселәргә яҡшы таныш. Эйе, ул – EFC версияһының ҡатнаш көрәш төрҙәре буйынса донъя чемпионы, кикбоксинг, хәрби самбо һәм ҡатнаш көрәш буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры. Шулай уҡ Руслан – кикбоксинг һәм ҡатнаш бералыштар буйынса күп тапҡыр Башҡортостан чемпионы булып танылған егет. Алыш майҙанына һәр ваҡыт ҡамсат бүректә сыҡҡан башҡорт батырын спорт яратыусылар “Кочевник” ҡушаматы буйынса белә. Тыныс тормошта Руслан үҙе генә еңеүҙәр яулап ҡалманы, йәш быуынды спортҡа ылыҡтырыуға ла ҙур өлөш индерҙе. Уның өлгөһөндә әллә күпме малайҙар ҡатнаш көрәш, кикбоксинг менән ҡыҙыҡһынып, бөгөн дә секцияларҙа шөғөлләнә. – Мин Дәүләкән районында тыуғанмын, әммә яҙмыш ҡушыуы буйынса туғыҙ йәшемдән күрше Шишмә районында үҫтем. Алты балалы ҙур ғаиләлә тәрбиәләндем. Бала саҡтан бик шуҡ, етеҙ булдым. Әсәйебеҙ ике эштә эшләне. Беҙ, балалар, бер-беребеҙҙе ҡарап ҙурайҙыҡ. Бер мәл бокс, төрлө көрәш төрҙәре менән ҡыҙыҡһына башланым. Ауылд