Найти в Дзене

Улар йәштәрҙе эшкә ала

Башҡортостандан өс предприятие эш биреүселәр араһында йәштәрҙе эшкә урынлаштырыуҙың иң яҡшы тәжрибәләре бөтә Рәсәй конкурсы призерҙары булды. Конкурсты “Кадрҙар” милли проекты (национальный проект “Кадры”) ярҙамында ойошторҙолар, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан. “Икеләтә өҫтөнлөк: мәғариф һәм бизнестың үҙ-ара эш итеүенең һөҙөмтәле моделе” номинацияһында икенсе урынды “ПОЛИЭФ” акционерҙар йәмғиәте яуланы. Өсөнсө урындар өсөн призды “Мәләүез минераль ашламалары” акционерҙар йәмғиәте (“PRO Остазы: йәш профессионалдарҙы үҫтереүҙең һөҙөмтәле практикаһы” номинацияһы) һәм “Дәүләкән ит ярымфабрикаттары комбинаты” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (“Төбәк-магнит: йәштәр аудиторияһын йәлеп итеүҙең иң яҡшы практикаһы” номинацияһы) алды. Быйыл эш биреүселәр араһында йәштәрҙе эшкә урынлаштырыуҙың иң яҡшы тәжрибәләре бөтә Рәсәй конкурсында 77 төбәктән 1055 ғариза биреүсе ҡатнашты. Рәсәй Федерацияһының 52 субъектынан 129 ойошма еңеүсе һәм призер булд
Оглавление
    Улар йәштәрҙе эшкә ала
Улар йәштәрҙе эшкә ала

Улар йәштәрҙе эшкә ала

Башҡортостан предприятиелары йәштәрҙе эшкә урынлаштырыуҙың иң яҡшы тәжрибәләре бөтә Рәсәй конкурсы призерҙары булды.

Башҡортостандан өс предприятие эш биреүселәр араһында йәштәрҙе эшкә урынлаштырыуҙың иң яҡшы тәжрибәләре бөтә Рәсәй конкурсы призерҙары булды. Конкурсты “Кадрҙар” милли проекты (национальный проект “Кадры”) ярҙамында ойошторҙолар, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

“Икеләтә өҫтөнлөк: мәғариф һәм бизнестың үҙ-ара эш итеүенең һөҙөмтәле моделе” номинацияһында икенсе урынды “ПОЛИЭФ” акционерҙар йәмғиәте яуланы. Өсөнсө урындар өсөн призды “Мәләүез минераль ашламалары” акционерҙар йәмғиәте (“PRO Остазы: йәш профессионалдарҙы үҫтереүҙең һөҙөмтәле практикаһы” номинацияһы) һәм “Дәүләкән ит ярымфабрикаттары комбинаты” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (“Төбәк-магнит: йәштәр аудиторияһын йәлеп итеүҙең иң яҡшы практикаһы” номинацияһы) алды.

Быйыл эш биреүселәр араһында йәштәрҙе эшкә урынлаштырыуҙың иң яҡшы тәжрибәләре бөтә Рәсәй конкурсында 77 төбәктән 1055 ғариза биреүсе ҡатнашты. Рәсәй Федерацияһының 52 субъектынан 129 ойошма еңеүсе һәм призер булды.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указдары менән 2025 йылдан ғәмәлдә.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!