«Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад»(национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика») милли проекты сиктәрендә ойошторолған «Ғаилә эшҡыуарлығы» семинары Өфөлә 20-нән ашыу ҡыҙыҡһынған ҡатнашыусыны - уңышлы ғаилә бизнесын үҫтерергә ынтылған компаниялар хужаларын һәм буласаҡ нигеҙ һалыусыларҙы йыйҙы. Был хаҡта республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә. - Ғаилә бизнесы - ул ышанысты, дөйөм ҡиммәттәрҙе һәм яуаплылыҡты берләштергән үҙенсәлекле эшҡыуарлыҡ төрө. Бындай предприятиелар йыш ҡына төбәк иҡтисадының ышаныслы нигеҙе булып тора. Шуға күрә ғаилә бизнесына һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү беҙҙең төп бурыс булып тора, - ти Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина. Ғаилә эшен алып барғанда килеп тыуған төп мәсьәләләрҙе: ғаилә һәм бизнес эсендәге бәхәстәр менән һөҙөмтәле идара итеүҙе, баҙарҙа ғаилә брендын урынлаштырыуҙы һәм квалификациялы кадрҙар йәлеп итеү өсөн йәлеп итерлек бренд булдырыуҙы тикшереү семинарҙың төп маҡсаты булды. -