Ғафури районының Красноусол ауылында йәшәүсе тәжрибәле һәм оҫта сәскә үҫтереүсе Рима Ғибәҙуллинаға петунияны дөрөҫ итеп сәсеү, үҫтереү серҙәре менән уртаҡлашыуын һорап мөрәжәғәт иткәс, уның, сәскәләрҙе бар йөрәгең менән, ихлас яратып үҫтерһәң, гөрләп үҫәләр, тигән һүҙҙәре күңелгә иң уйылып ҡалғаны булды. Ысынлап та, Рима Рәхмәтулла ҡыҙы ифрат сәскә йәнле кеше, уның был темаға һөйләшкәндә, күңелендә уларға булған мөхәббәтенең ташып тороуын һиҙмәй булмай. - Әсәйем өй тултырып гөлдәр үҫтерә торған ине, шуға был һөйөү миңә лә күскәндер, моғайын. Тәүҙәрәк бәрхәт, астра кеүек ябайыраҡ сәскәләр ултырта инем, уларға ла һөйөнөп, шул тиклем ҡәнәғәт була торғайным. Бер бөртөк гөлөм яңылыш һынһа илай, ә сәскәгә бөрөләнһә ихлас шатлана инем, әле лә шулаймын. Тора-бара роза, гортензиялар үҫтереп ҡарарға булдым, хәҙер баҡсабыҙҙа был сәскәләрҙең йөҙҙән ашыу сорты үҫә, - ти Рима ханым. Ғибәҙуллиндарҙың күркәм ихатаһы күптәрҙе һоҡландыра. “Ҡайҙа нимә ултыртһаң, матурыраҡ була – быларҙы мин алдан күрәм