Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Баланы һәләк итмә — бәйлә!”

8 декабрҙән Башҡортостанда “Баланы һәләк итмә — бәйлә!" акцияһы башланды”. Был хаҡта 11 декабрҙә “Рәсәй” медиаүҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Дәүләт автоинспекцияһы идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов хәбәр итте. Кампания 2026 йылдың 31 майына тиклем дауам итәсәк. Уның маҡсаты – пассажир балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһы мәсьәләһенә иғтибарҙы йәлеп итеү. Шулай уҡ журналистар менән осрашыуҙа Владимир Севастьянов икенсе проблеманы — мототехника рулендәге үҫмерҙәрҙе билдәләне. Юлдарҙа ошондай йәш водителдәр күбәйгән һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар ҡатнашлығындағы авариялар һаны ла байтаҡҡа артҡан. Төбәктең баш дәүләт автоинспекторы һүҙҙәренсә, һуңғы ваҡытта мототранспортҡа һорау 10-11 тапҡырға артҡан. Башҡортостандағы бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихина, транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков, БР буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе уры
Оглавление
    “Баланы һәләк итмә — бәйлә!”
“Баланы һәләк итмә — бәйлә!”

“Баланы һәләк итмә — бәйлә!”

Кампания 2026 йылдың 31 майына тиклем дауам итәсәк

8 декабрҙән Башҡортостанда “Баланы һәләк итмә — бәйлә!" акцияһы башланды”. Был хаҡта 11 декабрҙә “Рәсәй” медиаүҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Дәүләт автоинспекцияһы идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов хәбәр итте.

Кампания 2026 йылдың 31 майына тиклем дауам итәсәк. Уның маҡсаты – пассажир балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһы мәсьәләһенә иғтибарҙы йәлеп итеү.

Шулай уҡ журналистар менән осрашыуҙа Владимир Севастьянов икенсе проблеманы — мототехника рулендәге үҫмерҙәрҙе билдәләне. Юлдарҙа ошондай йәш водителдәр күбәйгән һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар ҡатнашлығындағы авариялар һаны ла байтаҡҡа артҡан. Төбәктең баш дәүләт автоинспекторы һүҙҙәренсә, һуңғы ваҡытта мототранспортҡа һорау 10-11 тапҡырға артҡан.

Башҡортостандағы бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихина, транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков, БР буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе урынбаҫары Наил Ишморатов, “Аңлы йөрөтөү үҙәге” етәксеһе Сергей Савенков һәм блогер, йәмәғәт эшмәкәре Рөстәм Нәбиев ҡатнашты.

“Баланы һәләк итмә — бәйлә!” акцияһы сиктәрендә автозаправка станцияларында, Дәүләт автоинспекцияһының теркәү-имтихан бүлексәләрендә, белем биреү ойошмаларында – балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында, автомәктәптәрҙә, медицина учреждениеларында, перинаталь үҙәктәрҙә һәм социаль яҡлау учреждениеларында мәғлүмәт-пропаганда сараларын үткәреү һәм күреү материалдарын таратыу ҡаралған.

“Был социаль кампания сиктәрендә берҙәм тырышлыҡ менән эҙмә-эҙлекле рәүештә мөһим маҡсатҡа – автомобиль аварияларында үлем осраҡтарын кәметеүгә, республика биләмәһендә граждандарыбыҙҙың һәм йәш юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлауға өлгәшәсәкбеҙ, тип ышанам”, – тип белдерҙе Владимир Севастьянов.

Рәмилә МУСИНА фотоһы.