Асҡындағы Башҡортостан ауыл хужалығы һөнәри колледжы коллективы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә даими ярҙам күрһәтә. Ирекмәндәр был юлы ла аҙыҡ-түлек һәм көндәлек кәрәк-яраҡтар тупланы. Бынан тыш, колледждың 1-се курс студенттары остаздары Әлфир Рәзиф улы етәкселегендә үҙ тырышлыҡтары менән мейес эшләне. Ялан шарттарында ул һалдаттарҙың тоғро ярҙамсыһы буласаҡ. Студенттарҙың был аҙымы хәстәрлек кенә түгел, ә хәҙерге заманда бик мөһим булған берҙәмлек һәм тупланғанлыҡтың билдәһе. Колледж студенттары гуманитар йөк тейәүҙә һәм махсус хәрби операция зонаһына оҙатыуҙа һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Бынан тыш, улар Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһының урындағы бүлексәһе рәйесе Сергей Ғәйнуллин етәкселегендә ирекмәнлек эшмәкәрлегендә ҡатнаша. Йәштәр яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә даими ярҙам итә. Фото: “Аскинская новь” гәзите. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
Ялан шарттарында ул һалдаттарҙың тоғро ярҙамсыһы буласаҡ
11 декабря 202511 дек 2025
~1 мин