Өфөлә Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханала, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө уңайынан, Башҡортостан Республикаһының Конституция советы “Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы: тарихы, әһәмиәте, перспективалары” тип аталған сара үткәрҙе. Осрашыу Советтарҙың Бөтә башҡорт съезының Башҡорт АССР-ының тәүге Конституцияһын ҡабул итеүгә 100 йыл тулыуға арналды. Сараның маҡсаты – хоҡуҡи белем биреү, Башҡортостан Конституция советының конституцион ҡиммәтттәрҙе пропагандалау буйынса вәкәләттәрен тормошҡа ашырыу. Сығыштар алдынан Ә.З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың бүлек мөдире Флүр Сибәғәтов конституцион акттарға бәйле раритет баҫмаларҙың күргәҙмәһе менән таныштырҙы, артабан ошо уҡ китапхананың генеалогия, күргәҙмәләр һәм баҫма эшмәкәрлек буйынса бүлеге мөдире Лина Шәғәлиева республиканың милли архивы әсбаптарын күрһәтте. Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, Хоҡуҡ институты студенттарын Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев т