10 декабрҙә #МУЗЫКАВМЕСТЕ проектының “Бөйөк илдең йырҙары. Волга буйынан һөйөү менән” тигән һуңғы ролигы сыҡты. Ижади коллективтар һәм музыканттар "Ер әсә" йырын башҡарҙы. Куплеттары Волга буйының ете телендә яҙылған. Клипта Өфө “Аманат”халыҡ бейеүҙәре ансамбленең сағыу бейеүен күрергә, йырсы Алена Завьялова һәм мультиинструменталист ZAINETDIN башҡарыуында башҡорт телендә куплет тыңларға, шулай уҡ Хәйҙәр Мағаштың думбырала уйнауын ҡарарға мөмкин. Видеонытүбәндәге һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин:https://vkvideo.ru/video-157836162_456239751 Проект Президент мәҙәни инициативалар фонды, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров аппараты һәм “ДНК России” проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Продюсеры- Тимур Ведерников.
10 декабрҙә #МУЗЫКАВМЕСТЕ проектының “Бөйөк илдең йырҙары
11 декабря 202511 дек 2025
~1 мин