Найти в Дзене

Заманса теплица комплексын төҙөйәсәктәр

“Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) урмандарҙы Һаҡлау федераль проектының төп сараларының береһе булып урман орлоҡсолоғо объекттарын һәм питомник хужалыҡтарын булдырыу һәм модернизациялау тора. Был аҙым үҫтерелгән ултыртыу материалдары күләмен һәм урманды тергеҙеү эштәренең һөҙөмтәлелеген арттырыуға булышлыҡ итә, тип хәбәр иттеләр республиканың Урман хужалығы министрлығында. 2026 йылда Башҡортостанда һыу һибеү рампаларын һәм күләгәләү системаларын индереп, алдынғы ҡорамалдар менән йыһазландырылған заманса теплица комплексын төҙөй башлау күҙаллана. – 2026 йылда ошо маҡсатҡа 58 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған, уларҙы финанслау федераль бюджет средстволары иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Яңы комплекс йыл һайын 1,2 миллионға тиклем ябыҡ тамыр системаһы булған үҫентеләр үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк, был төбәктең урман тергеҙеү потенциалын нығытасаҡ һәм урман хужалығының тотороҡло үҫешен тәьмин итәсәк, – тип хәбәр итте Башҡортостан республи
Оглавление
    Заманса теплица комплексын төҙөйәсәктәр
Заманса теплица комплексын төҙөйәсәктәр

Заманса теплица комплексын төҙөйәсәктәр

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы теплица комплекстары селтәрен киңәйтә

“Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) урмандарҙы Һаҡлау федераль проектының төп сараларының береһе булып урман орлоҡсолоғо объекттарын һәм питомник хужалыҡтарын булдырыу һәм модернизациялау тора.

Был аҙым үҫтерелгән ултыртыу материалдары күләмен һәм урманды тергеҙеү эштәренең һөҙөмтәлелеген арттырыуға булышлыҡ итә, тип хәбәр иттеләр республиканың Урман хужалығы министрлығында.

2026 йылда Башҡортостанда һыу һибеү рампаларын һәм күләгәләү системаларын индереп, алдынғы ҡорамалдар менән йыһазландырылған заманса теплица комплексын төҙөй башлау күҙаллана.

– 2026 йылда ошо маҡсатҡа 58 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған, уларҙы финанслау федераль бюджет средстволары иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Яңы комплекс йыл һайын 1,2 миллионға тиклем ябыҡ тамыр системаһы булған үҫентеләр үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк, был төбәктең урман тергеҙеү потенциалын нығытасаҡ һәм урман хужалығының тотороҡло үҫешен тәьмин итәсәк, – тип хәбәр итте Башҡортостан республикаһының урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Рәмилә МУСИНА фотоһы.