Найти в Дзене

Батырҙарыбыҙ даны онотолмаясаҡ

Кушнаренко ауылындағы Еңеү паркы алдында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар хөрмәтенә “ZOV” арт-объекты асылды. Сарала Кушнаренко районы хакимиәте башлығы Марат Латипов, райондың хәрби комиссары Александр Кулагин, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, райондың ветерандар һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, студенттар, уҡыусылар һәм урында йәшәүселәр ҡатнашты. “Был билдәнең ҡуйылыуы – геройҙар тураһындағы хәтерҙең йәшәйәсәгенә һәм буласаҡ быуын вәкилдәре өсөн һаҡланасағына сағыу миҫал. Хәҙер был арт-объект һәр кем үҙенең Тыуған иле тарихына хөрмәт һәм уның хәүефһеҙлеге һағында тороусыларға теләктәшлек белдерә алған урын”, - тип билдәләне Марат Латипов. Сараға килеүселәр арт-объектҡа сәскәләр һалды һәм һәләк булған һалдаттарыбыҙҙы бер минутҡа тын ҡалып хәтергә алды. Сығанаҡ, фотолар: Кушнаренко районы хакимиәте. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
Оглавление
    Батырҙарыбыҙ даны онотолмаясаҡ
Батырҙарыбыҙ даны онотолмаясаҡ

Батырҙарыбыҙ даны онотолмаясаҡ

Сараға килеүселәр арт-объектҡа сәскәләр һалды һәм һәләк булған һалдаттарыбыҙҙы бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алды

Кушнаренко ауылындағы Еңеү паркы алдында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар хөрмәтенә “ZOV” арт-объекты асылды.

Сарала Кушнаренко районы хакимиәте башлығы Марат Латипов, райондың хәрби комиссары Александр Кулагин, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, райондың ветерандар һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, студенттар, уҡыусылар һәм урында йәшәүселәр ҡатнашты.

“Был билдәнең ҡуйылыуы – геройҙар тураһындағы хәтерҙең йәшәйәсәгенә һәм буласаҡ быуын вәкилдәре өсөн һаҡланасағына сағыу миҫал. Хәҙер был арт-объект һәр кем үҙенең Тыуған иле тарихына хөрмәт һәм уның хәүефһеҙлеге һағында тороусыларға теләктәшлек белдерә алған урын”, - тип билдәләне Марат Латипов.

Сараға килеүселәр арт-объектҡа сәскәләр һалды һәм һәләк булған һалдаттарыбыҙҙы бер минутҡа тын ҡалып хәтергә алды.

Сығанаҡ, фотолар: Кушнаренко районы хакимиәте.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!