Стәрлетамаҡ ҡалаһында Ленин проспектындағы аллея яңы ҡиәфәт аласаҡ. Биләмәне төҙөкләндереү “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальныйпроект “Инфраструктура для жизни”) буйынса алып барыла, тип хәбәр иттеләр ҡала округы хакимиәтендә. Аллеяла планлаштырылған эштәрҙең күп өлөшө башҡарылған да инде. Подряд ойошмаһы өлөшләтә брусчатканы ремонтлай, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары ҡуя. Шулай уҡ йәш стәрлетамаҡтар өсөн биләмәлә ҡом менән уйнау станцияһы, батут, спорт-уйын комплексы һәм “Оя” тирбәлгесе барлыҡҡа килгән. Бынан тыш, унда бәләкәй архитектура формалары ҡуйылған. Аллеяла “Музыканттар” фигуралары урынлаштырылған, яҡтыртыу менән эскәмйә, яҡтыртҡыс шарҙар һәм “Ленин проспекты” яҙыуы барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ электр яҡтыртыуы алмаштырыла һәм видеокүҙәтеү системаһы монтажлана. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм комм
Стәрлетамаҡта Ленин проспектындағы аллеяны төҙөкләндерәләр
11 декабря 202511 дек 2025
1 мин