– Бер бала бала түгел, тип йыш ҡабатлай торғайны әсәйем. Ул, һуғыштан һуңғы ауыр осор кешеһе булһа ла, һигеҙ балаға ғүмер биргән. Ә минең бер улымдан башҡа балам булманы. Шуның менән риза булманы ул. Һәм әле генә әсәйемдең ни тиклем хаҡлы булғанын аңланым, - тип башланы хәбәрен Зәлифә инәй. Йәше әле алтмышҡа етмәһә лә, уға етмештән ашыуҙы бирерлек. Әбей бөкөрәйгән, сәстәре ҡойолған, битен тәрән йыйырсыҡ буралары йәмһеҙләгән. Ярты йыл эсендә бер башыңа шул тиклем ҡайғы төшһөн дә, матур булып йөрөп ҡара шул. Ғаиләлә һигеҙ бала араһында төпсөк булып үҫә ул. Ете малайҙан һуң тыуған ҡыҙыҡайҙы ата-әсәһе лә, ағалары ла ҡулдарынан төшөрмәй генә үҫтерә. Иркә, йомшаҡ күңелле булып буй етә. Ире лә иркә ҡатынын ныҡ ярата, һәр теләгәнен тормошҡа ашырып ҡына тора. Бер һүҙ менән әйткәндә, әллә ни ауырлыҡ күрмәй генә йәшәй Зәлифә. Тормоштарын йәмләп улдары Руслан тыуа. Наҙлы ҡатын уны бик ауыр таба. Ауырлы булып йөрөү ҙә еңел бирелмәй, һәр ваҡыт ҡоҫҡоһо килә, башы әйләнә. Бәпесен, күпме генә йонсоһа л