Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Өс районда яңы ауыл мәҙәниәт йорттары асылды

10 декабрҙә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышы сиктәрендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров өс яңы ауыл мәҙәниәт объекты эшенә старт бирҙе. Мәҫәлән, Ишембай районының Яңы Сәйет ауылында дөйөм майҙаны 309 квадрат метрлыҡ 100 урынлыҡ модулле мәҙәниәт йорто асылһа, Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылында майҙаны 331,2 квадрат метрлыҡ 102 урынлыҡ мәҙәниәт йорто эшләй башланы. Уны “Башҡорт баҡыры” компанияһы ярҙамында ремонтланылар. Шулай уҡ Мәсетле районының Яңы Мөслим ауылында майҙаны 733,5 квадрат метрлыҡ 150 урынлыҡ күп функциялы мәҙәниәт йорто ишектәрен асты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың майында Яңы Мөслимдә юл-транспорт ваҡиғаһы булды, автомобиль ҙур тиҙлектә, “Кәкүк сәйе” халыҡ байрамына китеп барған урындағы артистар ат менән барған арбаға бәрелде. Ул саҡта биш кеше етди йәрәхәттәр алды. Авариянан һуң Мәсетле районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы әхлаҡи яҡтан иҫкергән һәм ул ваҡытта эшләмәгән клуб бинаһы уры
Оглавление
    Өс районда яңы ауыл мәҙәниәт йорттары асылды
Өс районда яңы ауыл мәҙәниәт йорттары асылды

Өс районда яңы ауыл мәҙәниәт йорттары асылды

Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы өс яңы ауыл мәҙәниәт объекты эшенә старт бирҙе.

10 декабрҙә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышы сиктәрендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров өс яңы ауыл мәҙәниәт объекты эшенә старт бирҙе. Мәҫәлән, Ишембай районының Яңы Сәйет ауылында дөйөм майҙаны 309 квадрат метрлыҡ 100 урынлыҡ модулле мәҙәниәт йорто асылһа, Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылында майҙаны 331,2 квадрат метрлыҡ 102 урынлыҡ мәҙәниәт йорто эшләй башланы.

Уны “Башҡорт баҡыры” компанияһы ярҙамында ремонтланылар. Шулай уҡ Мәсетле районының Яңы Мөслим ауылында майҙаны 733,5 квадрат метрлыҡ 150 урынлыҡ күп функциялы мәҙәниәт йорто ишектәрен асты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың майында Яңы Мөслимдә юл-транспорт ваҡиғаһы булды, автомобиль ҙур тиҙлектә, “Кәкүк сәйе” халыҡ байрамына китеп барған урындағы артистар ат менән барған арбаға бәрелде.

Ул саҡта биш кеше етди йәрәхәттәр алды. Авариянан һуң Мәсетле районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы әхлаҡи яҡтан иҫкергән һәм ул ваҡытта эшләмәгән клуб бинаһы урынына ауылда яңы ауыл мәҙәниәт йорто төҙөләсәк, тип вәғәҙә иткәйне.

– Һеҙҙе яңы клуб менән ихлас ҡотлайым.

Сабырлығығыҙ өсөн рәхмәт, беҙ был бинаны оҙаҡ төҙөнөк, әммә барыһы ла килеп сыҡты, – тине Радий Хәбиров видеоэлемтә тәртибендә мәҙәниәт һарайын асыу ваҡытында. – Хәҙер инде Яңы йыл байрамдары ошо клубта уҙғарылһын.

Фотолар: Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте.