Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Уҡыусыларҙы үҙ фәненә ылыҡтыра белгән уҡытыусы

Йәрмәкәй районында Һыуыҡкүл ауылы мәктәбенә килеп кергәс, мәктәп директоры уҡытыусылары менән таныштырғанда физика, математика, информатика уҡытыусыһы Фәнүр Нагаев тураһында “Уң ҡулым да, һул ҡулым да, эштәге таянысым минең” тип әйткәс тә, был уҡытыусыға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уянды. Әңгәмә барышында уның, ысынлап та, төрлө яҡлап камиллыҡҡа ынтылған, уҡыусыларҙы үҙ фәненә ылыҡтыра белгән уҡытыусы икәнеген аңланыҡ. Физика, математика, информатиканан белем бирә Фәнүр Әмир улы. Бынан тыш робототехника һәм 3D моделләү буйынса түңәрәктәр алып бара, сайт эше лә уның иңендә. Уҡытыусының эшенә иң ҙур баһаны уҡыусылары бирә. Йәш әңгәмәселәрем 3D моделләү түңәрәгенә ҡыҙыҡһынып йөрөүҙәре тураһында һөйләне. – Беҙ был түңәрәктә программаларға, объекттар, механизмдар конструкцияларға өйрәнәбеҙ. Миңә бик оҡшай. Киләсәктә үҙемдең һөнәремде тап яңы мәғлүмәт технологиялары менән бәйләргә теләйем, – тине 8 класта уҡыусы Иван Матвеев. Уға класташы Аделина Минеханова ла ҡушылды. – Уҡытыусыбыҙ Фәнүр Әмир у
Оглавление
     Уҡыусыларҙы үҙ фәненә ылыҡтыра белгән уҡытыусы
Уҡыусыларҙы үҙ фәненә ылыҡтыра белгән уҡытыусы

Уҡыусыларҙы үҙ фәненә ылыҡтыра белгән уҡытыусы

Уҡытыусының эшенә иң ҙур баһаны уҡыусылары бирә. Йәш әңгәмәселәрем 3D моделләү түңәрәгенә ҡыҙыҡһынып йөрөүҙәре тураһында һөйләне.

Йәрмәкәй районында Һыуыҡкүл ауылы мәктәбенә килеп кергәс, мәктәп директоры уҡытыусылары менән таныштырғанда физика, математика, информатика уҡытыусыһы Фәнүр Нагаев тураһында “Уң ҡулым да, һул ҡулым да, эштәге таянысым минең” тип әйткәс тә, был уҡытыусыға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уянды. Әңгәмә барышында уның, ысынлап та, төрлө яҡлап камиллыҡҡа ынтылған, уҡыусыларҙы үҙ фәненә ылыҡтыра белгән уҡытыусы икәнеген аңланыҡ.

Физика, математика, информатиканан белем бирә Фәнүр Әмир улы. Бынан тыш робототехника һәм 3D моделләү буйынса түңәрәктәр алып бара, сайт эше лә уның иңендә.

Уҡытыусының эшенә иң ҙур баһаны уҡыусылары бирә. Йәш әңгәмәселәрем 3D моделләү түңәрәгенә ҡыҙыҡһынып йөрөүҙәре тураһында һөйләне.

– Беҙ был түңәрәктә программаларға, объекттар, механизмдар конструкцияларға өйрәнәбеҙ. Миңә бик оҡшай. Киләсәктә үҙемдең һөнәремде тап яңы мәғлүмәт технологиялары менән бәйләргә теләйем, – тине 8 класта уҡыусы Иван Матвеев.

Уға класташы Аделина Минеханова ла ҡушылды.

– Уҡытыусыбыҙ Фәнүр Әмир улы һәйбәт уҡытыусы, ҡыҙыҡлы итеп аңлата. Компьютерҙа моделләү эшләп, фигураларҙы 3D принтерҙа сығарып алабыҙ. Төрлө сувенирҙар, браслеттар яһаныҡ, – тине ҡыҙ.

Һөйләүҙәргә дәлил – стенала эленеп торған маҡтау грамоталарына иғтибар иттек. Фәнүр Нагаев республика ижади конкурсында уңышлы ҡатнашып, Почет грамотаһына эйә булған. Уның уҡыусыһы Яна Петряева виртуаль ысынбарлыҡ һәм 3D моделләү республика онлайн-хакатонда “Иң яҡшы проектты күрһәтеү” номинацияһында еңеү яулаған.

Бындай уңыштар, әлбиттә, яңы ҡаҙаныштарға әйҙәй.

Ҡасандыр үҙе тамамлаған мәктәпкә ҡайтып хеҙмәт итеүе һоҡландырҙы Фәнүр Әмир улының. Ошо ауылда эшһөйәр ғаиләлә тыуып үҫә ул. Атаһы колхозда механизатор, бригадир булып эшләй. Әсәһе почтальон, кассир кеүек хеҙмәт башҡара. Үкенескә ҡаршы, әсәһе хәҙер мәрхүм булып ҡалған, атаһына 76 йәш.

Бала саҡтан ҡыҙыҡһыныусан була Фәнүр. Ниндәйҙер уйынсыҡ бүләк итһәләр, мотлаҡ рәүештә уның нисек эшләнеүен белеү маҡсатында, һүтеп эсен асып ҡарай. Мәктәп йылдарында физика фәненә ылыға. Уҡытыусыһы Елена Гәрәева дәрестәрен ҡыҙыҡлы итеп уҙғарыуы ла уны был фәнгә йәлеп итә. 9 класта уҡығанда физика буйынса олимпиадала районда 1-се урын яулай.

Мәктәпте көмөш миҙалға тамамлауы, Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре яҡшы булыуы уға Башҡорт дәүләт педагогия университетының физика-математика факультетына физика һөнәре буйынса уҡырға керергә юл аса. Һәләтле егет бында ла юғалып ҡалмай. Дүртенсе курста уҡығанда ошо факультеттың механика лабораторияһында лаборант булып эш башлай. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, аспирантураға уҡырға инә. Шул уҡ ваҡытта эшләргә лә өлгөрә. Педагогия университетында ассистент, уҡытыусы вазифаһын башҡара. Шул уҡ факультетта ике йыл дауамында социаль-тәрбиә эштәре буйынса декан урынбаҫары булып хеҙмәт итә.

Юғары уҡыу йортонда студенттарҙы уҡытыу өлкәһендә ҙур тәжрибә туплағандан һуң, ул тыуған яҡтарына ҡайтырға ҡарар итә. Ҡасандыр үҙе белем алған мәктәбендә эш башлай.

–Был коллективта эшләп китеүе миңә еңел булды, сөнки күбеһе үҙемдең уҡытыусыларым ине. Тиҙ генә бындағы хеҙмәт ағымына ҡушылып киттем. Студенттар менән сағыштырғанда, балалар менән эшләүе ауырыраҡ, сөнки уларға ентекләп аңлатырға, күңелдәренә һеңдерергә кәрәк. Һәр бер бала үҙенә ҡарата айырым мөнәсәбәт талап итә, – тине Фәнүр Әмир улы.

Уның туған мәктәбенә эшкә урынлашыуы коронавирус башланған осорға тура килә. Балаларҙы дистанциялы уҡыуға күсереүҙең мәшәҡәтле осорон да лайыҡлы үткәрә йәш уҡытыусы.

Коллективта ошондай көслө педагог булыуы менән хеҙмәттәштәре лә ғорурлана.

–Уҡыусыбыҙҙың мәктәбебеҙгә ҡайтыуынан бик уңдыҡ. Бала саҡтан яҡшы уҡыны. Үҙемдең фәнем – немец теленән дә олимпиадаға алып барғаным хәтерҙә. Бөгөн ул беҙҙең коллективта ябай уҡытыусы ғына түгел, мәғлүмәт технологиялары үҫешкән заманда һәр яҡлап терәгебеҙ. Нимә генә эшләһәк тә, уның менән кәңәшләшәм. Һәләтле, белемле уҡытыусыны башҡа ергә лә эшкә саҡыралар. Әлбиттә, уны үҙебеҙҙән ебәрге килмәй, – ти мәктәп директоры Фәнүзә Сулпанова.

Иң мөһиме – Фәнүр Нагаев тыуған яғына ҡайтыуы өсөн үкенмәй.

–Ауыл тормошо, уның һауаһы оҡшай, ығы-зығы юҡ. Кешеләре лә яҡшы. Бер-береһенә ярҙам итергә әҙерҙәр. Ауылыбыҙҙың тәбиғәте лә күркәм. Шишмәләргә бай беҙҙең төбәк. Эргәлә генә Йәрмәкәй һыу һаҡлағысы, “Аҡ таштар” тигән шарлауыҡ та беҙҙән йыраҡ түгел. Ошо матурлыҡтан илһам алып йәшәйем, – тигән һүҙҙәр ишеттек Фәнүр Әмир улынан.

Тап ошондай ир-егеттәр күтәрә лә инде данлы Йәрмәкәй ерен.

Автор фотоһы.