Хәбәр итеүебеҙсә, Өфөлә “Ватанға хеҙмәт итәм” республика белем биреү форумы булып үтте. Ул Рәсәйҙәге Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Башҡортостандағы МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылына йомғаҡлау булараҡ та ойошторолдо. Форумда күп кенә белем биреү майҙансыҡтары эшләне, сарала ҡатнашыусылар МХО яугирҙәренә психологик ярҙам күрһәтеү, илһөйәрлек тәрбиәләү, эшҡыуарлыҡ алып барыу һәм башҡа темалар буйынса мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сығышында беҙҙең йөҙҙәрсә яҡташтарыбыҙ МХО-ла дәүләт наградаларына лайыҡ булды, тип билдәләне. Башҡортостандың 14 кешеһе Рәсәй Федерацияһы Геройы исемен алды, шуларҙың һигеҙе – һәләк булғандан һуң. 2024 йылда ҡулланыла башлаған “Геройҙар дәүере” федераль программаһы артынса төбәктәрҙә лә ошондай проекттарҙы тормошҡа ашыра башланылар. 2025 йылдың 12 февралендә Башҡортостан Республикаһы Башлығының “Башҡортостан Республикаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн “Башҡортостан геройҙары” пр
Район һәм ҡалаларҙа 120 социаль координатор эшләй
10 декабря 202510 дек 2025
1
2 мин