Донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге Өфө кампусының Геном үҙәге бөгөнгө көндә сафҡа индерелгән объекттар исемлегенә ингән. Был турала Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин рәйеслегендә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр иткән. – 29 кампус объекты файҙаланыуға тапшырылған да инде. Шул иҫәптән Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты кампусы ла. Шулай уҡ Новосибирскиҙа – уҡыу корпусы һәм 690 урынлыҡ дөйөм ятаҡтар комплексы, Түбәнге Новгородта – 1359 урынлыҡ һигеҙ корпус, Калининградта – ике корпус (күп функциялы үҙәк һәм китапхана менән дөйөм аудитория), Силәбелә – 336 урынлыҡ комплекс һәм Өфөләге Геном үҙәге – ул донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең нигеҙе, - тип һөйләне Дмитрий Чернышенко. Донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге Өфө кампусының генераль үҙәге 2025 йылдың апрелендә сафҡа индерелде. Бында кеше, үҫемлектәр һәм хайуандар генетикаһы өлкәһендәге геном мәғлү