Өфөнөң Дим дауаханаһы «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектын (национальный проект «Продолжительная и активная жизнь») тормошҡа ашырыу барышында ультратауыш терапияһы өсөн заманса күп функциялы аппарат алды. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Юғары технологик ҡорамалдар пациенттарҙы реабилитациялау һәм дауалау мөмкинлектәрен киңәйтәсәк. Аппарат терәк-хәрәкәт аппараты, йәбешеү һәм йөй процестары, ауыртыу синдромдары, шешеү проблемаларын хәл итә һәм спортсыларҙың мускулдарын, быуындарын тиҙ тергеҙеүгә булышлыҡ итә. «Алдынғы электрон ҡорамалдар ярҙамында был медицина ҡорамалы тотороҡлолоҡто һәм тәьҫир аныҡлығын гарантиялай», - тип билдәләне табип-травматолог Эльмар Ғәлләмов. «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектының төп маҡсаты – граждандарҙың оҙаҡ йәшәү күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын – 78, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу күҙаллана. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камилла
Өфөнөң Дим районы дауаханаһына яңы ҡорамал ҡайтарылды
10 декабря 202510 дек 2025
1 мин