Бөрйән районының Иҫке Мөсәт ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын астылар. Медицина пункты барлыҡ заманса талаптарға ярашлы төҙөлгән. Был эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы барлыҡҡа килгән. Был хаҡта Бөрйән районы хакимиәтенән хәбәр иттеләр. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү һәм хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәте уңайлы булһын өсөн барлыҡ ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Медицина ойошмаһы 485 кешене хеҙмәтләндерәсәк. “Заманса ҡорамалдар һәм уңайлы шарттрар менән тәьмин ителгән яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктының асылыуы – барыбыҙ өсөн дә ҡыуаныслы күренеш. Хәҙер урында йәшәүселәр үҙҙәренә уңайлы булған урында диспансерлаштырыу үтә һәм кәрәкле ярҙамды алыу мөмкинлегенә эйә”, - тип белдерҙе Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин. Әйткәндәй, быйыл Бөрйән районында, “Әүҙем һәм оҙа