Махсус хәрби операциялағы яугирҙәре тураһында Ишембай районының Алаҡай халҡы бер ҡасан да хәтерҙәренән сығармай. Ял көндәрендә лә йыйылып ярҙам күрһәтергә тырышалар. Дауа – аяҡ аҫтында. Бары тик белеп, үҙеңә тура килгәнен һайларға ғына кәрәк. Алаҡай ауылынан Сәлимә Герасименко прополис менән май эшләргә оҫтарған. Күпселеген ул махсус хәрби операциялағы яугирҙәр өсөн әҙерләй. Прополис менән ауылдың умартасылары ярҙам итә. Өйҙәренән теген машиналарын алып килеп, клубта яугирҙәргә каска аҫтынан кейергә тип шапка тегеүҙе лә яйға һалғандар. Ошо арала ғына 70-ләп кәпәс әҙерләнгән, уларҙың яртыһынан күбеһе алғы һыҙыҡҡа оҙатылған. Эш бының менән генә сикләнмәй, маскировка селтәрҙәрен үреү ҙә дауам итә. Ошо эштәрҙең уртаһында ҡайнап йәшәгән изге йөрәкле ҡатын-ҡыҙҙар байтаҡ. “Әгәр беҙ булмаһаҡ, кем?” тигән ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Зөбәржәт Насирова, Рәмилә Ҡасҡынова, Ләйсән Һөйәрғолова, Резеда Вәлиуллина, Нурзиә Ишбулатова, Гөлсинә Ильясова, Флүрә Исламғолова, Гөлнур Кәримова һәм башҡал