Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ябай ҡабаҡтан иҫ киткес тәмле десерт

Уңған ҡатын-ҡыҙҙар ниндәй генә ризыҡ бешермәй. Өйҙә әҙерләнгән аш-һыуға хужабикәләрҙең күңел йылыһы ла һалына шул. Ишембай районы Алаҡай ауылынан Сәлимә Герасименко татлы десерт эшләргә өйрәтә. Ябай ғына ҡабаҡтан булһа ла иҫ киткес тәмле килеп сыға. Тәбиғи ризыҡ булыуы менән дә өҫтөнлөклө ул. –Бының өсөн 1,5 килограмм таҙартылған ҡабаҡ, 1 стакан шәкәр, 1 әфлисун, 1,5 ҡап желатин (бер пачкала 20 грамм), 1 ҡап ванилин кәрәк буласаҡ. Ҡабаҡты ҙур булмаған киҫәктәргә бүләбеҙ, бер аҙ һыу һалып (мин ярты стакан ҡоям) 15 минут бешерәбеҙ. Һуңынан һыуын түгәбеҙ һәм шәкәр, бер әфлисун һутын һәм ҡабығын ваҡлап, ванилин һалып тағы ла 20 минут бешерәбеҙ. Был ваҡытта желатинды 2 аш ҡалаһы ҡуйы һөт (сливки) һалып әҙерләп ситкә ултыртып торабыҙ. Баяғы ҡатнашманы блендер аша үткәреп йылытабыҙ, ләкин ҡайнатмайбыҙ. Һуңынан желатин өҫтәйбеҙ. Форма әҙерләп, уны майлағас, килеп сыҡҡан массаны һалабыҙ. Һыуынғас, һыуытҡысҡа ултыртабыҙ. Ваҡ киҫәктәргә бүлгеләгәс, уларҙы какао порошогында йәки кокос вағын
Оглавление
    Ябай ҡабаҡтан иҫ киткес тәмле десерт
Ябай ҡабаҡтан иҫ киткес тәмле десерт

Ябай ҡабаҡтан иҫ киткес тәмле десерт

Шоколадтан һис тә кәм түгел. Уны беҙгә Ишембай районы Алаҡай ауылынан Сәлимә Герасименко эшләргә өйрәтә.

Уңған ҡатын-ҡыҙҙар ниндәй генә ризыҡ бешермәй. Өйҙә әҙерләнгән аш-һыуға хужабикәләрҙең күңел йылыһы ла һалына шул. Ишембай районы Алаҡай ауылынан Сәлимә Герасименко татлы десерт эшләргә өйрәтә. Ябай ғына ҡабаҡтан булһа ла иҫ киткес тәмле килеп сыға. Тәбиғи ризыҡ булыуы менән дә өҫтөнлөклө ул.

–Бының өсөн 1,5 килограмм таҙартылған ҡабаҡ, 1 стакан шәкәр, 1 әфлисун, 1,5 ҡап желатин (бер пачкала 20 грамм), 1 ҡап ванилин кәрәк буласаҡ. Ҡабаҡты ҙур булмаған киҫәктәргә бүләбеҙ, бер аҙ һыу һалып (мин ярты стакан ҡоям) 15 минут бешерәбеҙ. Һуңынан һыуын түгәбеҙ һәм шәкәр, бер әфлисун һутын һәм ҡабығын ваҡлап, ванилин һалып тағы ла 20 минут бешерәбеҙ. Был ваҡытта желатинды 2 аш ҡалаһы ҡуйы һөт (сливки) һалып әҙерләп ситкә ултыртып торабыҙ. Баяғы ҡатнашманы блендер аша үткәреп йылытабыҙ, ләкин ҡайнатмайбыҙ. Һуңынан желатин өҫтәйбеҙ. Форма әҙерләп, уны майлағас, килеп сыҡҡан массаны һалабыҙ. Һыуынғас, һыуытҡысҡа ултыртабыҙ. Ваҡ киҫәктәргә бүлгеләгәс, уларҙы какао порошогында йәки кокос вағында бутарға мөмкин. Кемгә нисек оҡшай, – тип һөйләне аш-һыу оҫтаһы.

Фото: Сәлимә Герасименконыҡы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

-2