Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Биҫтәлә ҙур ҡыуаныс

Бөгөн Өфөнөң “Цветы Башкирии” биҫтәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 52-се балалар баҡсаһының икенсе корпусында булды. Яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы 2025 йылдың ноябрендә үҙ ишектәрен аса. Балалар баҡсаһында һигеҙ төркөм – өс кесе, икешәр урта һәм өлкән, бер әҙерлек төркөмө бар. Учреждениела музыка һәм спорт залдары, психолог, логопед, һынлы сәнғәт эшмәкәрлеге һәм тәбиғәт кабинеттары йыһазландырылған. Бинаға йәнәш биләмәлә балалар өсөн уйын майҙансыҡтары булдырылған. Бынан тыш, тәрбиәләнеүселәрҙең хәүефһеҙлеге өсөн ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағына видеокүҙәтеү һәм тауыш хәбәр итеү системалары монтажланған. Балалар баҡсаһы мөдире Айгөл Ғимаева әйтеүенсә, учреждение 180 урынға иҫәпләнгән, әлегә 120 бала йөрөй. Башҡортостан Башлығы физкультура һәм музыка залдарын ҡараны, башҡорт телен өйрәнеү төркөмөндә, сенсор бүлмәһендә, психолог һәм логопед кабинеттарында булды. Радий Хәбиров заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған аҙыҡ-түлек блогының эше менән дә танышты. Балалар баҡсаһ
Оглавление
    Биҫтәлә ҙур ҡыуаныс
Биҫтәлә ҙур ҡыуаныс

Биҫтәлә ҙур ҡыуаныс

Радий Хәбиров “Цветы Башкирии” биҫтәһендә яңы балалар баҡсаһында булды.

Бөгөн Өфөнөң “Цветы Башкирии” биҫтәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 52-се балалар баҡсаһының икенсе корпусында булды. Яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы 2025 йылдың ноябрендә үҙ ишектәрен аса.

Балалар баҡсаһында һигеҙ төркөм – өс кесе, икешәр урта һәм өлкән, бер әҙерлек төркөмө бар. Учреждениела музыка һәм спорт залдары, психолог, логопед, һынлы сәнғәт эшмәкәрлеге һәм тәбиғәт кабинеттары йыһазландырылған. Бинаға йәнәш биләмәлә балалар өсөн уйын майҙансыҡтары булдырылған.

Бынан тыш, тәрбиәләнеүселәрҙең хәүефһеҙлеге өсөн ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағына видеокүҙәтеү һәм тауыш хәбәр итеү системалары монтажланған.

Балалар баҡсаһы мөдире Айгөл Ғимаева әйтеүенсә, учреждение 180 урынға иҫәпләнгән, әлегә 120 бала йөрөй.

Башҡортостан Башлығы физкультура һәм музыка залдарын ҡараны, башҡорт телен өйрәнеү төркөмөндә, сенсор бүлмәһендә, психолог һәм логопед кабинеттарында булды. Радий Хәбиров заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған аҙыҡ-түлек блогының эше менән дә танышты.

Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре менән аралашҡанда төбәк етәксеһе уларҙың ниндәй уҡыу йорттарында белем алыуҙары менән ҡыҙыҡһынды, шулай уҡ мәктәпкәсә йәштәге хеҙмәткәрҙәргә грант ярҙамы күрһәтеү буйынса республика программаһында әүҙемерәк ҡатнашырға тәҡдим итте.

“Цветы Башкирии” биҫтәһенең социаль инфраструктураһын үҫтереү шулай уҡ 1 600 урынлыҡ мәктәп төҙөүҙе күҙ уңында тота. Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев һөйләүенсә, был проектты тормошҡа ашырыу өсөн ер участкаһы әҙерләнгән һәм проект-смета документацияһы әҙерләнгән.

Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы республикала заманса белем биреү объекттарын төҙөүгә етди иғтибар бүлеүҙәрен билдәләне.

– Яңы балалар баҡсаһы – яҡты, иркен, бик матур. Ә иң мөһиме – ул эшләй, балалар бында рәхәтләнеп йөрөй, – тине Радий Хәбиров. - ӨЦветы Башкирии” биҫтәһе әүҙем үҫешә, бында йәш ғаиләләр күп. Хәҙер мәктәп кәрәк, уның төҙөлөшө тураһында ла һөйләшәбеҙ. Баш ҡалабыҙҙың башҡа алыҫ территорияларында ла шундай уҡ һорауҙар бар. Өфө агломерацияһы әүҙем киңәйә. Социаль объекттар буйынса төрлө варианттар әҙерләйбеҙ. Тиҙҙән ҡаланың үҙендә Кузнецов Затонында – Волга буйы федераль округында иң ҙур мәктәпте тапшырасаҡбыҙ. Шулай уҡ Глумилино һәм Затонда яңы мәктәптәр төҙөйбөҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!