2025 йыл башында үткән сходта Таулыҡай ауыл биләмәһе халҡы ППМИ программаһында ҡатнашып, трактор алырға тип ҡарар ҡабул иткәйне. Тиҙ арала документтар йыйып тапшырылды. Республика Хөкүмәте тарафынан проект хупланғас, биләмә халҡы аҡса йыйыу эшенә тотондо һәм ике ай эсендә 700 000 һум аҡса йыйылды. "Таулыҡай ауылы халҡы - 321 000 һум, Сыңғыҙ ауылы халҡы - 230 000 һум, Буранбай ауылы халҡы 149 000 һум аҡса йыйҙы. Айырыуса ҙур суммала аҡса тапшырған ауылдаштарға рәхмәтлебеҙ. "Ленин" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Әлибаев Наил Бүләк улы - 100 000 һум, Заманов Илнур Рәжәп улы -10 000 һум, Рәжәпов Булат Рәжәп улы - 10 000 һум, Уразбаев Нияз Рәжәп улы - 10 000 һум, Усманова Венера Фирғәт ҡыҙы - 5 000 һум, Аҡбулатова Вера Валерьевна 5 000 һум тапшырҙы. Аҡса йыйыуҙы ойошторған Таулыҡай ауылы "Ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе Дәүләкәнова Гөлнур Моратша ҡыҙына, Сыңғыҙ клубы мөдире Уразбаева Айгөл Мостафа ҡыҙына, Сыңғыҙ ауылы китапханасыһы Уразбаева Зәлиә Ҡорбанғәле ҡыҙына, Буранбай ауылы кита
2025 йыл башында үткән сходта Таулыҡай ауыл биләмәһе халҡы ППМИ программаһында ҡатнашып, трактор алырға тип ҡарар ҡабул иткәйне
10 декабря 202510 дек 2025
1 мин