Ҡалтасы районында йәшәгән Бикмырҙиндар ғаиләһендә шатлыҡлы ваҡиға – ата-әсәне һөйөндөрөп, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында унынсы сабыйҙары донъяға килгән. Ғаиләлә хәҙер ете ҡыҙ бала һәм өс ул үҫәсәк. Сабый һау-сәләмәт, 3 300 грамм ауырлығында донъяға килгән. Дүрт тәүлектән һуң әсә сабыйы менән йорттарына ҡайтҡан. Уларҙы оло ғаилә шатланып ҡаршы алған. Дауахананың акушерлыҡ бүлексәһе мөдире Артур Закиров әйтеүенсә, унынсы тапҡыр әсә булырға йыйынған ҡатындарға айырыуса ҙур иғтибар талап ителә. Перинаталь үҙәк табиптары ҡатмарлы осраҡтар менән эш итә белә, бында ҙур тәжрибә туплаған белгестәр эшләй. Уларҙың профессионализмы һөҙөмтәһендә бында йыл һайын өс меңдән ашыу сабый донъяға килә. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.