Найти в Дзене
Бөрйән яңылыҡтары

Байназар мәктәбе уҡыусылары ауылдың иң оло ғаиләһе - Ғәйнетдин һәм Бибинур Алтынбаевтарға ярҙамға барҙы

Байназар мәктәбе уҡыусылары ауылдың иң оло ғаиләһе - Ғәйнетдин һәм Бибинур Алтынбаевтарға ярҙамға барҙы. Ирекмәнлек эше "Беҙ бергә - изге эштәр айы" проекты сиктәрендә ойошторолдо. Ғәйнетдин бабайға - 93, ә Бибинур инәйгә 87 йәш. Уларҙың ғаилә ҡороуҙарына иһә 67 йыл. Ирекмән ҡыҙҙар өйҙө йыйыштырып, саң һөртөп, аш-һыу бүлмәһен рәтләп, иҙән дә йыуып сығарҙылар. Ололар ҡыуанышып, уҡыусыларға изге теләктәрен еткереп оҙатып ҡалды. "Таң" гәзитенә ҡушылығыҙ: ➡️ МАХ-канал😄ТГ-канал

Байназар мәктәбе уҡыусылары ауылдың иң оло ғаиләһе - Ғәйнетдин һәм Бибинур Алтынбаевтарға ярҙамға барҙы. Ирекмәнлек эше "Беҙ бергә - изге эштәр айы" проекты сиктәрендә ойошторолдо.

Ғәйнетдин бабайға - 93, ә Бибинур инәйгә 87 йәш. Уларҙың ғаилә ҡороуҙарына иһә 67 йыл.

Ирекмән ҡыҙҙар өйҙө йыйыштырып, саң һөртөп, аш-һыу бүлмәһен рәтләп, иҙән дә йыуып сығарҙылар.

Ололар ҡыуанышып, уҡыусыларға изге теләктәрен еткереп оҙатып ҡалды.

"Таң" гәзитенә ҡушылығыҙ: ➡️

МАХ-канал😄ТГ-канал

-2