Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Тәбиғәттән бирелгән моң - халыҡ өсөн

Учалы–таланттарға бай төбәк. Улар араһында мәшһүр йырсылар Абдулла Солтанов, Флүрә Килдейәрова, Нажия Аллаярова, НәзифәҠадирова һәм башҡа бик талантлы ижадсылар бар. Ирәйеп ятҡан Ирәмәлдән, әллә күпме күлдәрҙән көс һәм дәрт алып, йәмле Яйыҡты кисеп үҫкән, Азия һәм Европаны тотоштырған мөғжизәле ерҙә тыуып –үҫкән кеше йырлы–моңло, шиғри күңелһеҙ була алмайҙыр. Ана бит сираттағы әңгәмәсем дә һис кенә йырсы булырға теләмәгән, ә хәрби юлды һайларға уйлаған. Хоҙай ҡөҙрәтеме әллә яҙмыш ҡушыуымы, бәрхәт тауышлы, йәш йырсы Азамат Әхмәтханов бөгөн Сибай концерт–театр берекмәһендә артист–вокалсы булып эшләй. Тамашасылар йәш йырсыны шунда уҡ үҙ итте, йырҙарын яратып тыңлай. Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ – Учалы ҡалаһы егете, Сибай артисы Азамат Әхмәтханов. —Азамат, үҙең менән яҡындан таныштырһаң ине. —Учалы ҡалаһында тыуып үҫтем. Азат исемле игеҙәгем бар. Бәләкәйҙән, балалар баҡсаһында уҡ, игеҙәгем менән йырлай торғайныҡ. Эльвина апайым да музыка юлын һайланы, бөгөн Өфө дәүләт опера һәм балет театры солист
Оглавление
    Тәбиғәттән бирелгән моң - халыҡ өсөн
Тәбиғәттән бирелгән моң - халыҡ өсөн

Тәбиғәттән бирелгән моң - халыҡ өсөн

Сибай концерт–театр берекмәһенең артист–вокалсыһы Азамат Әхмәтханов нисек йырсы булып киткән?

Учалы–таланттарға бай төбәк. Улар араһында мәшһүр йырсылар Абдулла Солтанов, Флүрә Килдейәрова, Нажия Аллаярова, НәзифәҠадирова һәм башҡа бик талантлы ижадсылар бар. Ирәйеп ятҡан Ирәмәлдән, әллә күпме күлдәрҙән көс һәм дәрт алып, йәмле Яйыҡты кисеп үҫкән, Азия һәм Европаны тотоштырған мөғжизәле ерҙә тыуып –үҫкән кеше йырлы–моңло, шиғри күңелһеҙ була алмайҙыр. Ана бит сираттағы әңгәмәсем дә һис кенә йырсы булырға теләмәгән, ә хәрби юлды һайларға уйлаған. Хоҙай ҡөҙрәтеме әллә яҙмыш ҡушыуымы, бәрхәт тауышлы, йәш йырсы Азамат Әхмәтханов бөгөн Сибай концерт–театр берекмәһендә артист–вокалсы булып эшләй. Тамашасылар йәш йырсыны шунда уҡ үҙ итте, йырҙарын яратып тыңлай. Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ – Учалы ҡалаһы егете, Сибай артисы Азамат Әхмәтханов.

—Азамат, үҙең менән яҡындан таныштырһаң ине.

—Учалы ҡалаһында тыуып үҫтем. Азат исемле игеҙәгем бар. Бәләкәйҙән, балалар баҡсаһында уҡ, игеҙәгем менән йырлай торғайныҡ. Эльвина апайым да музыка юлын һайланы, бөгөн Өфө дәүләт опера һәм балет театры солисткаһы. Азат сит илдә, музыка буйынса белемен камиллаштыра.

—Ғаиләлә үҫкән өс баланың барыһы ла музыка йүнәлешендә белем алған. Әммә, белеүемсә, баштан йырсы булғың килмәгән?

—Бала саҡтан хәрби кеше булырға теләй инем. 11 класта уҡығанда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтына уҡырға барырға хыялландым, ошо йүнәлештә имтихандар һайланым. Спорт менән даими шөғөлләнеп, физик яҡтан үҙемде ныҡлы әҙерләнем, ГТО нормативтарын да тапшыра килдем. Барыһы ла яҡшы барҙы, әммә һаулығым буйынса конкурстан үтә алманым. Ниндәйҙер белешмәләрҙе лә алырға ла мөмкин ине, әммә әсәйем - ғәҙел, етди кеше, яуаплы урында эшләй, шуға күрә кемделер алдау йәки һау–сәләмәт тигән справканы һатып алыу–алмау тураһында бөтөнләй һүҙ булманы. Ә был ваҡыттта игеҙәгем Азат үҙебеҙҙә, йәғни Учалы ҡалаһындағы Салауат Низаметдинов исемендәге сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжына документтарын тапшырған ине. Өфөнән бер аҙ төшөнкөлөккә бирелеп ҡайтҡанмындыр , күрәһең, әсәйем: “Азат менән бергә уҡырһың, документтарыңды һин дә колледжға алып бар”,–тине. Уйланым да, иртәгәһенә шунда киттек.

—Игеҙәктәр айырылһа, уларға нисектер ҡыйын була, тиҙәр. Һеҙҙә бер –берегеҙгә ҡарата яҡынлыҡмы хистәрегеҙҙе тойоу кеүек сифаттар бармы? Бәлки Азат менән артабан да бергә булыу теләге һеҙҙе ҡабаттан Салауат Низаметдинов исемендәге сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжына алып килгәндер.

—Бәлки...Әлбиттә, беҙҙең арала ниндәйҙер аңлата алмаҫлыҡ нәмәләр булып ала. Мин иһәАзаттың төшөнә инәмен икән. Шундай саҡта, төн уртаһымы йәки иртә таңмы, ҡарап тормай шылтырата башлай. Хәҙер, тап сәнғәт юлын һайлауыма мең рәхмәтлемен. Йыр – булмышыма , йәшәү рәүешенә әйләнде.

—Студет сағығыҙҙа уҡ Учалы филармонияһында эш башлағанһығыҙ...

—Икенсе курста уҡығанда Азат менән бергәләп Учалы филармонияһында эшләй башланыҡ. Күберәк дуэттар башҡара инек, итальян һәм рус телдәрендә романстар, ариялар йырланыҡ. Сит телдәрҙе өйрәнергә ваҡытыбыҙҙы күп бүлдек, Моцарттың “Дон –Жуан” серенадаһын, Чайковскийҙың “Евгений Онегин” арияһынан “Һеҙ миңә яҙҙығыҙ”, Рахманиновтың “Бөтә табор йоҡлай” әҫәренең Алеко кавантиноһы һәм башҡа бик күп ариялар, йырҙар башҡарҙыҡ.

2020 йылда колледж тамамлап, Ростроповичтар исемендәге Ырымбур дәүләт сәнғәт институтында юғары белем алдыҡ. Ырымбурҙа уҡыған саҡта ла эшебеҙҙе ташламаныҡ, концерттарға ҡайта инек, гастролдәргә лә сығырға ваҡыт таптыҡ. Ике уҡыу йортонда ла игеҙәгем Азат Әхмәтханов менән бергә уҡыныҡ.

—Әммә артабан юлдарығыҙ айырылған...

—Эйе, уҡыуҙы тамамлағас, төрлө урындарға саҡырыу күп булды. Хеҙмәт юлыбыҙҙы башлаған Учалы филармонияһы ла диплом алыуҙы көттөләр, учалыларға ҙур рәхмәт. Беҙҙең һәр башланғысты хуплап, бар яҡлап ҡеүәтләп, артабан үҫтерә белделәр, ярҙам иттеләр. Студент саҡта төрлө йыр конкурстарында ҡатнаштыҡ, призлы урындар ҙа яуланыҡ. Азат Санкт-Петербурҡа эшкә китте, артабан сит илгә уҡырға юлланды. Ә мин, төрлө яҡлап уйландым да, Сибай концерт–театр берекмәһенә эшкә килдем. Һис кенә лә үкенмәйем, дөрөҫөн әйткәндә үҙемде бында өр–яңынан астым. Минең тауыш баритон, бик һирәктәргә бирелә торған талант. (йылмая). Тауышымды ишеткәс, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғаяз Ғәйетбаев бик фәһемле кәңәштәр бирҙе, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарырға иғтибар йүнәлтеү кәрәклеген әйтте Уның кәңәштәре һәм ярҙамы менән “Ҡаһым түрә”, “Иҫке Урал”, “Уралым”, “Буранбай” ҙы өйрәндем, хәҙер улар репертурамдың төп өлөшөн тәшкил итә. Ретро–йырҙарҙан “Ҡышҡы романс”, “Тамсы тама” кеүектәрҙе бик яратып башҡарам. Шулай уҡ итальян, немец композиторҙары әҫәрҙәрен үҙ телдәрендә йырлайым, ариялар, романстар башҡарам. Бер йүнәлештә, стилдә генә үҫешергә теләмәйем, тауышым күп мөмкинлектәр аса икән, уны бар яҡлап файҙаланырға, тамашасыларыма еткерергә тырышам. Бының өсөн үҙ өҫтөңдә даими эшләү талап ителә, әле репертуарымды киңәйтеү маҡсатында, яңы йырҙар өйрәнәм.

—Кемдәр менән дуэттар башҡараһығыҙ?

—Сәхнәләге тәүге дуэтым, әлбиттә, игеҙәгем Азат менән башҡарһыҡ. Филармония сәхнәһендә Мира Харрасова, Зәриә Рысмөхәмәтова, Ғаяз Ғәйетбаев, Яна Ильясова, Алина Вәхитова, Сөмбөл Моратова һәм Йәмил Ғайсин менән бергә йырланыҡ. Төрлө йырсылар менән дуэт башҡарыу -үҙенә күрә үҫеш тип уйлайым. Ни өсөн тигәндә, партнерың менән бер тулҡында булырға тейешһең, башҡарған йырың ғына түгел һәр хәрәкәтең, хатта ҡарашың да бер –береңде тулыландырғанда ғына, тамашасы күңеленә барып етерлек дуэт барлыҡҡа килә.Хәйер, беҙҙең тамашасылар араһында ниндәйҙер бер ышаныс йөрөй. Кем менәндер дуэт башҡарһаң, шуның менән йөрөйһәң или йәшәйһең (көлә).

—Әйткәндәй, йырсы егеттең һөйгән ҡыҙы бармы?

—Юҡ. (йылмая) Минең әлегә төп маҡсат – карьера яһау, репертуарымды байытыу. Йырсы тормошо еңелдән түгел, шуға һөнәремдең үҙенсәлеген аңлаған ҡыҙҙы әлегә осратманым.

—Сәхнә кешеһе, йырсы булыу өсөн тәбиғәттән бөтә сифаттар ҙа бирелгән: буй–һын, төҫ –баш һәм көслө бәрхәттәй тауыш. Ошо матурлыҡты нисек һаҡлайһың?

—Мин ниндәйҙер диета тотам, ашауҙа үҙемде сикләйем тип әйтә алмайым, әммә тауышымды һаҡлайым, бигерәк тә һыуыҡ тейеүҙән. Күреп тораһығыҙ, муйыныма йылы шарф урап та алғанмын. Тәмәке тартмайым, спиртлы эсемлектәр менән мауыҡмайым. Хоҙай һиңә моң биргән икән, уны һин тамашасыларға еткерергә тейешһең тигән хәҡиҡәткә тоғро ҡалам.

—Буш ваҡыттарыңды нисек үткәрәһең?

—Ҡайһы берәүҙәр кеүек балыҡҡа барам, тип әйтә алмайым, спорт менән дә үҙем өсөн генә шөғөлләнәм. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, буш ваҡытым булһа, машинама ултырып, ҡалалар буйлап сәйәхәткә сығам. Өфө, Екатеринбург, Ҡазан, Силәбе, Ырымбурға йыш барам, дуҫтарым менән осрашам. Оҙон юлдарҙа музыка тыңлап йөрөүҙән күңелгә илһам килә, яңы йырҙар тыуа.

—Йырҙарҙы ниндәй ҡалыптарҙан сығып һайлайһың? Көйөнө иғтибар итәһеңме әллә һүҙҙәренәме?

—Башта көйө күңелемә оҡшарға тейеш, артабан һүҙҙәрен ҡарайым. Тексы оҡшамаһа, уны үҙгәртергә була йәки яңынан яҙырға мөмкин. Иң мөһиме – көйө. Композиторҙар үҙҙәренең йырҙарын тәҡдим итә, шуларҙың һәр береһен шәхсән тыңлап сығам, фекерҙәремде әйтәм, оҡшаһа һатып алабыҙ.

—Традицион һорау – киләсәккә ниндәй пландар?

—Әйтеүемсә, игеҙәгем Азат әлеге көндә сит илдә белемен камиллаштыра. Уның менән көн һайын видеобәйләнеш аша һөйләшеп торабыҙ. Азат итальян телен ныҡлап өйрәнә. Ғөмүмән, студент ваҡыттан икебеҙ ҙә сит телдәрҙе үҙләштерәбеҙ, итальян, немец телендә төрлө ариялар башҡарабыҙ. Ҙур теләгем бар: бүтән илдәр буйлап сәйәхәткә сыҡҡанда, башҡорт йырҙары менән бер рәттән шул ил телендә лә йыр башҡарыу йәки бер туған апайым, Эльвина Әхмәтханова менән ҙур сәхнәлә операнан өҙөк йырлау, бик тә булмаһа дуэт башҡарыу. Шулай уҡ “Ирәндек моңо” һәм башҡа төрлө йыр конкурстарында ҡатнашып, үҙемде һынап ҡарарға теләйем.

—Яңы йылға хәтәр шәп бүләк яһаның: “Башҡорт йыры” телевизион йыр конкурсында 1-се урынға лайыҡ булдың, ҡотлайбыҙ! Яңы йылға ниндә теләктәр теләр инең?

—Йылҡы йылында һәр кемгә һаулыҡ –сәләмәтлек теләр инем, тиҙерәк һуғыштар тамамланып, ир-егеттәребеҙ иҫән –һау ҡайтһындар, һәр кемдең күңелендә йыр –моң йәшәһен, беҙҙең концерттарға йышыраҡ йөрөһөндәр! Башҡорт аты кеүек егәрле, сабыр һәм шул уҡ ваҡытта сос, тәүәккәл булайыҡ, ат сабыштарындағы кеүек һәр саҡ беренселекте алырға ынтылайыҡ, маҡсаттарыбыҙға ирешәйек!

—Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Артабан да бәрхәт тауышың, моңло йырҙарың менән Сибай сәхнәһен сихри моңға күмеп, тамашасыларыңды ҡыуандыр, яңынан–яңы ижади уңыштарға өлгәш!

Кәримә Усманова әңгәмәләште.

Фотолар йырсының шәхси архивынан.

Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...