Өфөлә икенсе тапҡыр "Йәш шайморатовсылар балы" үткәрелде. Республиканың 28 муниципалитетындағы Шайморатов кластарынан 218 бала ҡатнашты. Улар - уҡыуҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән, олимпиадаларҙа, ижади һәм фәнни конкурстарҙа, хәрби-спорт ярыштарында призлы урындар яулаған, йәмәғәт ойошмалары һәм ирекмәндәр хәрәкәттәре эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡан уҡыусылар. – Генерал Шайморатов яҙмышы ғәжәпләндергес. Һәм Башҡортостан, республикабыҙ өсөн ғорурлана һәм уларға тиңләшеп ҡарарлыҡ геройҙар булыуы – ҙур бәхет. Тап ошондай маҡсатта йәш шайморатовсылар кластарын ойошторҙоҡ. Улар хәрби тарихын өйрәнергә теләгән балаларҙы берләштерә, республикабыҙҙың, ҙур илебеҙҙең ысын илһөйәре булырға теләй. Йәш шайморатовсы булыу – ҙур яуаплылыҡ. Уның исеме тормошоғоҙ буйлап барасаҡ, - тине Радий Фәрит улы. – Яҡшы уҡырға, яңы белем алырға ынтылырға, спорт яратырға, өҫтәмә белем алырға һәм, әлбиттә, илһөйәр булырға кәрәк. Был көн һеҙҙең хәтерҙә, ата-әсәләрегеҙ, уҡытыусыларығыҙ хәтерендә, ҡалыр, тип ышанам. Бар