Бөгөн, Ватан Геройҙары көнөндә, Өфөләге “Торатау” конгресс-холында барған “Ватанға хеҙмәт итәм” белем биреү форумында МХО ветерандары ассоциацияһының ултырышы үткәрелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сығышында билдәләгәнсә, власть Ассоциацияны нығытыу менән ҡыҙыҡһына, сөнки алда ҙур эш күләме тора. “Беҙ көн һайын махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгән яҡташтарыбыҙҙың өйгә ҡайтыуына иҫәп алып барабыҙ. МХО-нан 3 170 яугир ҡайтты ла инде, ваҡыт үтеү менән бурыстар күләме һәм хәл ителергә тейешле проблемалар арта барасаҡ”, – тине Радий Фәрит улы. Ул әйткәнсә, тәүге бурыс беҙҙең яугирҙәрҙе реабилитациялау менән бәйле. “Бының өсөн бөтә медицина һәм социаль структураны әҙерләргә тейешбеҙ. Һеҙ был эштә беҙҙең ярҙамсылар булырға тейеш”, – тине республика етәксеһе. “Икенсе бурыс – эшкә урынлаштырыу. Әйткәнемсә, беҙ МХОла ҡатнашыусыларҙы идара итеүгә, төрлө кимәлдәге депутаттар итеп һайланыуға йәлеп итеү буйынса механизм эшләйбеҙ. Муниципалитеттар башлыҡтары Ассоциа