Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

33 төрлө матурлыҡ рецебы

1. Биттәге йыйырсыҡтарҙы булдырмау өсөн битегеҙгә бал һөртөгөҙ. 2. Йоҡлар алдынан күҙ тирәһенә кастор майы һөртөү файҙалы. 3. Сәсегеҙ ҡойолһа, дегәнәк төнәтмәһе һөртөгөҙ .4. Лимон ҡалдыҡтары менән ҡулығыҙҙы һәм терһәктәрегеҙҙе ыуығыҙ.5. Ҡул тиреһе шауҙырлап торһа, крахмал ышҡығыҙ.6. Пудрағыҙ ҡапыл бөтөп ҡалһа, крахмал ҡулланырға була.8. Кофе ҡалдығынан тәнгә пилинг эшләү ныҡ файҙалы.9. Һырғанаҡтан яңы һығылған һуты ҡоро тирегә ныҡ килешә (1-1,5 аш ҡалағы).10. Хнаға 3-4 ҡалаҡ какао өҫтәһәң, сәс ҡарағусҡыл ҡыҙыл төҫкә буялыр.11. Сәс ҡойолғанда жажоба майын көндә баш тиреһенә һөртөү файҙалы.12. Бузина сәскәһенең төнәтмәһе тирене йомшарта һәм дымлай.13. Ҡоро тирене дымлау өсөн жожобаны бер аҙ һыу менән татытып һөртөү яҡшы.14. Тырнаҡтарығыҙ ҡарая икән, ашар алдынан бер аш ҡалағы ҡыяр рассолы эсегеҙ.15. Бит тиреһенең төҫө матур булһын тиһәгеҙ, бал+тоҙ ҡатнашмаһынан маска эшләгеҙ.16. Лаванданың һәм сәй ағасының эфир майҙары һытҡыларҙы бөтөрә.17. Иртән һәм кисен минераль һыуҙа бешерелгән сәй м

1. Биттәге йыйырсыҡтарҙы булдырмау өсөн битегеҙгә бал һөртөгөҙ. 2. Йоҡлар алдынан күҙ тирәһенә кастор майы һөртөү файҙалы. 3. Сәсегеҙ ҡойолһа, дегәнәк төнәтмәһе һөртөгөҙ .4. Лимон ҡалдыҡтары менән ҡулығыҙҙы һәм терһәктәрегеҙҙе ыуығыҙ.5. Ҡул тиреһе шауҙырлап торһа, крахмал ышҡығыҙ.6. Пудрағыҙ ҡапыл бөтөп ҡалһа, крахмал ҡулланырға була.8. Кофе ҡалдығынан тәнгә пилинг эшләү ныҡ файҙалы.9. Һырғанаҡтан яңы һығылған һуты ҡоро тирегә ныҡ килешә (1-1,5 аш ҡалағы).10. Хнаға 3-4 ҡалаҡ какао өҫтәһәң, сәс ҡарағусҡыл ҡыҙыл төҫкә буялыр.11. Сәс ҡойолғанда жажоба майын көндә баш тиреһенә һөртөү файҙалы.12. Бузина сәскәһенең төнәтмәһе тирене йомшарта һәм дымлай.13. Ҡоро тирене дымлау өсөн жожобаны бер аҙ һыу менән татытып һөртөү яҡшы.14. Тырнаҡтарығыҙ ҡарая икән, ашар алдынан бер аш ҡалағы ҡыяр рассолы эсегеҙ.15. Бит тиреһенең төҫө матур булһын тиһәгеҙ, бал+тоҙ ҡатнашмаһынан маска эшләгеҙ.16. Лаванданың һәм сәй ағасының эфир майҙары һытҡыларҙы бөтөрә.17. Иртән һәм кисен минераль һыуҙа бешерелгән сәй менән битте һөртөү ныҡ файҙалы.18. Бөтнөк сәйен йыш эсһәгеҙ, битегеҙ нурланып, алһыуланып торор.19. Керпектәргә ром менән кастор майы ҡатнашмаһын һөртөү ныҡ файҙалы.20. Битте яҡшылап таҙартыу өсөн йомортҡа һарыһы менән лимон һуты ҡатнашмаһын һөртөү ныҡ һөҙөмтәле.21. Ҡулды йомшартыу өсөн бер үк миҡдарҙа уксус һәм көнбағыш майы ҡатнашмаһын һөртөү файҙалы.22. Йоҡлар алдынан лимон һуты менән зәйтүн майын бер үк миҡдарҙа алып, ҡатнашма менән һөртөү бик яҡшы һөҙөмтәгә килтерер.23. Битте таҙартыу өсөн геркулес менән йогурт ҡатнашмаһы ярҙамға килер.24. һытҡыларҙан ҡырылған алма менән бал ҡатнашмаһы ярҙам итер.26. Каланхоэның яңы һығылған һутын бергә өс миҡдарҙа һыу менән бутап, аллергия урынына һөртөргә.27. Кефирҙа татылған иран хнаһы сәстәрҙе нығытыр.28. Ҡарабойҙайҙы сәскә ышҡыу ҙа файҙалы.29. Сәсте ҡаланайтыу өсөн бер йомортҡа һарыһын көнбағыш майы менән бутап һөртөү шәп.30. Сәсегеҙ ҡойолһа, йыуырға бер сәғәт ҡалғас, кастор майы менән ром ҡушылмаһын баш тиреһенә һөртөргә.31. Сәсте нығытыу өсөн кесерткән төнәтмәһен баш тиреһенә ышҡыйҙар.32. Сәс ялтырап торһон өсөн айра, кесеркән, дегенәк төнәтмәһе ярҙамға килер.33. Биткә көмөш ҡалаҡ менән массаж яһау иҫ китмәле һөҙөмтә бирер.