Найти в Дзене

Һанлы технологиялар ярҙамға килә

Асҡын үҙәк район дауаханаһына, ”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, заманса күсмә рентген аппараты алынды. Аппарат дауахана палаталарында диагностика үткәрергә ярҙам итә. Был айырыуса аҙ хәрәкәтләнеүсән пациенттар өсөн бик мөһим. Ҡорамалға урынлаштырылған һанлы технологиялар ярҙамында табип компьютер экранында һүрәттәрҙе юғары сифатта күрә ала. “Аппаратты маневрҙар һәм шасси ярҙамында бик еңел күсерергә мөмкин. Был да ҙур уңайлыҡ тыуҙыра”, – тине дауахананың хирургия бүлексәһе мөдире Риф Мөхәмәтов. Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программ

Асҡын үҙәк район дауаханаһына, ”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, заманса күсмә рентген аппараты алынды. Аппарат дауахана палаталарында диагностика үткәрергә ярҙам итә. Был айырыуса аҙ хәрәкәтләнеүсән пациенттар өсөн бик мөһим. Ҡорамалға урынлаштырылған һанлы технологиялар ярҙамында табип компьютер экранында һүрәттәрҙе юғары сифатта күрә ала. “Аппаратты маневрҙар һәм шасси ярҙамында бик еңел күсерергә мөмкин. Был да ҙур уңайлыҡ тыуҙыра”, – тине дауахананың хирургия бүлексәһе мөдире Риф Мөхәмәтов. Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк. Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...