Найти в Дзене

Биш һәм унан күберәк балалы әсәләрҙең пенсиялары ҡайтанан иҫәпләнә

Социаль фонд һәм Дәүләт хеҙмәттәре аша биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләргә пенсияны ҡайтанан иҫәпләтеүгә ғаризалар ҡабул итеү башланды. Иҫәпләгәндән һуң билдәләнгән түләүҙәрҙе күп балалы әсәләр яңы йылдан һуң ала башлаясаҡ. Декабрҙә бирелгән ғаризаларға ярашлы иҫәпләнгән пенсия айырмаһы ғинуарҙа биреләсәк. Социаль фондтың 2026 йылғы бюджетына был түләүҙәр өсөн тейешле аҡса һалынған. “Алдан иҫәпләүҙәр буйынса, бөгөн Рәсәйҙә пенсия тәғәйенләгәндә балалары иҫәпкә алынмаған 410 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ бар. Әгәр 2002 йылда ике баланы ҡараған осор стажға индерелһә, 2013 йылда өс баланы индерә башланылар. 2015 йылда дүрт бала иҫәпкә алына башланы. Әлеге мәлдә балалар һанын сикләүҙе тулыһынса алыу тураһында ҡарар ҡабул ителде”, - тип аңлатма бирҙе Рәсәй Социаль фонды етәксеһе Сергей Чирков. “Дәүләт хеҙмәттәре” аша электрон ғариза биргәндә “Пенсия күләмен ҡайтанан иҫәпләү” тигән төймәне һайларға кәрәк. Артабан әсә кеше ҡартлыҡ буйынса йәки инвалидлыҡ буйынса страховка өлөшөн ҡайтанан ҡ

Социаль фонд һәм Дәүләт хеҙмәттәре аша биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләргә пенсияны ҡайтанан иҫәпләтеүгә ғаризалар ҡабул итеү башланды. Иҫәпләгәндән һуң билдәләнгән түләүҙәрҙе күп балалы әсәләр яңы йылдан һуң ала башлаясаҡ. Декабрҙә бирелгән ғаризаларға ярашлы иҫәпләнгән пенсия айырмаһы ғинуарҙа биреләсәк. Социаль фондтың 2026 йылғы бюджетына был түләүҙәр өсөн тейешле аҡса һалынған. “Алдан иҫәпләүҙәр буйынса, бөгөн Рәсәйҙә пенсия тәғәйенләгәндә балалары иҫәпкә алынмаған 410 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ бар. Әгәр 2002 йылда ике баланы ҡараған осор стажға индерелһә, 2013 йылда өс баланы индерә башланылар. 2015 йылда дүрт бала иҫәпкә алына башланы. Әлеге мәлдә балалар һанын сикләүҙе тулыһынса алыу тураһында ҡарар ҡабул ителде”, - тип аңлатма бирҙе Рәсәй Социаль фонды етәксеһе Сергей Чирков. “Дәүләт хеҙмәттәре” аша электрон ғариза биргәндә “Пенсия күләмен ҡайтанан иҫәпләү” тигән төймәне һайларға кәрәк. Артабан әсә кеше ҡартлыҡ буйынса йәки инвалидлыҡ буйынса страховка өлөшөн ҡайтанан ҡарауҙы билдәләргә тейеш. Нигеҙ итеп, “Башҡа сәбәп” (“Иное основание”) тигәнде һайлағыҙ. Артабан асылған майҙанда “Стажға бала ҡарау осорҙарын индереү” тигәнде һайлап, балаларҙың исем-шәрифен һәм тыуған көндәрен индерегеҙ. Ғаризаға балаларҙың тыуыу тураһында таныҡлыҡтарының сканер аша үткәрелгән күсермәһен өҫтәргә мөмкин. Яңы ҡағиҙәләр 2026 йылдан пенсияға сығасаҡ ҡатын-ҡыҙҙарға ғына түгел, күптән хаҡлы ялға сығып, әлеге көндә пенсия алған ҡатын-ҡыҙҙарға ла ҡағыла. Фото: "Башҡортостан" гәзите архивынан. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!