9 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Журналистар союзының XXIV съезы эшендә ҡатнашты. Республика етәксеһе киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә юғары профессионализм, әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм социаль яуаплылыҡ өсөн рәхмәт белдерҙе. Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы «Башҡортостандың медиатармағы – профессионалдарҙың ҙур, көслө командаһы. Дәүләт киң мәғлүмәт сараларында ғына 2,5 меңдән ашыу кеше эшләй. Республика үҙенең теле-һәм радиоканалдары, үҫешкән муниципаль телестудиялар селтәре, Башҡортостан халыҡтарының 6 телендә нәшер ителгән 146 баҫма матбуғаты менән билдәле. Электрон киң мәғлүмәт саралары әүҙем үҫешә. Улар барыһы ла мөһим социаль миссия үтәй — дәүләт менән йәмғиәт араһында коммуникацияларҙы көйләй, ышаныс мөхитен тыуҙыра, кешеләрҙе ялғандан һәм алданыуҙан һаҡлай», — тип билдәләне Радий Хәбиров. Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Башҡортостан Башлығы бөгөн республикала хәрби хәбәрселәр пулы булдырылыуы хаҡында
Башҡортостанда республика Журналистар союзының XXIV съезы үтте
9 декабря 20259 дек 2025
1 мин