Бер ҡасан да тормошом еңел булманы. Алты бала үҫтек, мин иң өлкәне. Эскән атай, йыйыштырыусы булып эшләгән сирле әсәй, өйҙә туҡтамаған ғауға, бер ҡасан да етмәгән аҡса... Береһенән-береһе бәләкәй балаларҙы гел мин ҡараным. Ашатыу, арттарын йыуыу, йыйыштырыу, бөтмәҫ мал-тыуар, баҡса – барыһы ла минең өҫтә ине. Улар арҡаһында бала сағым да, йүнле йәшлегем дә булманы. Туғыҙынсы класты тамамлау менән яндағы ҡалаға уҡырға тип училищеға ҡастым. Артымдан беренсе йөрөй башлаған егеткә кейәүгә сыҡтым. Юҡ, яратманым да үҙен, тик нисек тә булһа өйҙәге тормоштан ҡотолорға, уларҙан алыҫыраҡ булырға теләнем. Бер уңмағас, уңманы инде тормош. Ирем йүнһеҙ, һаран, әшәке кеше булып сыҡты. Хәҙер мин уның һәм мәғәнәһеҙ ғаиләһенең хеҙмәткәренә әйләндем. Өйҙө ҡарауым етмәгән, әсәһенә лә алып ҡайтып бөтә эште минән эшләтәләр, аҙаҡ ҡәнәғәт булмай ҡалалар ине. “Йүнһеҙ килен” тип кенә йөрөттөләр. Йәшләй генә бер-бер артлы ике ҡыҙ бала таптым. Иремдең холҡо йылдан-йыл ауырлашты. Эшендә шелтә алһа ла, машина тоҡан