Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Вуз-ара кампуста Өфө ғалимдары индустриаль партнерҙар менән осрашты

Вуз-ара кампуста Өфө ғалимдары индустриаль партнерҙар менән осрашты Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Юғары уҡыу йорттары араһындағы кампусындағы Геном үҙәгендә Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Биохимия һәм генетика институты хеҙмәткәрҙәре төбәктең агросәнәғәт комплексы һәм Һаҡлыҡ банкы вәкилдәре менән осрашты. Осрашыуҙың маҡсаты - фәнни мөхит һәм етештереү өлкәһе араһында үҙ-ара эш итеүҙе нығытыу, яңы фәнни ҡаҙаныштарҙы иҡтисадтың реаль секторына интеграциялау өсөн ҡарарҙар эҙләү. Агросәнәғәт комплексы яғынан сарала төбәктең алдынғы агрохолдингтары һәм фермер хужалыҡтары етәкселәре һәм белгестәре, шул иҫәптән «Таврос», «Премиум», «Артемида», «Урожай», А7-Агро, Калинин АП-һы, Герой колхозы, “Ашҡаҙар” ауыл хужалығы кооперативы ҡатнашты. Был осрашыу даими хеҙмәттәшлеккә инеш булды. Яҡын арала уҡ фекер алышыуҙарҙы дауам итеү һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса аныҡ пландар әҙерләү ниәтләнә. Ғалимдар предприятиелар менән берлектә Башҡортостан прои

Вуз-ара кампуста Өфө ғалимдары индустриаль партнерҙар менән осрашты Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Юғары уҡыу йорттары араһындағы кампусындағы Геном үҙәгендә Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Биохимия һәм генетика институты хеҙмәткәрҙәре төбәктең агросәнәғәт комплексы һәм Һаҡлыҡ банкы вәкилдәре менән осрашты. Осрашыуҙың маҡсаты - фәнни мөхит һәм етештереү өлкәһе араһында үҙ-ара эш итеүҙе нығытыу, яңы фәнни ҡаҙаныштарҙы иҡтисадтың реаль секторына интеграциялау өсөн ҡарарҙар эҙләү. Агросәнәғәт комплексы яғынан сарала төбәктең алдынғы агрохолдингтары һәм фермер хужалыҡтары етәкселәре һәм белгестәре, шул иҫәптән «Таврос», «Премиум», «Артемида», «Урожай», А7-Агро, Калинин АП-һы, Герой колхозы, “Ашҡаҙар” ауыл хужалығы кооперативы ҡатнашты. Был осрашыу даими хеҙмәттәшлеккә инеш булды. Яҡын арала уҡ фекер алышыуҙарҙы дауам итеү һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса аныҡ пландар әҙерләү ниәтләнә. Ғалимдар предприятиелар менән берлектә Башҡортостан производствоһына һәм иҡтисадына инновацион технологиялар индереү буйынса аныҡ аҙымдарҙы тикшерәсәк. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар докладтар рәүешендә тәҡдим иткән тикшеренеүҙәрҙең перспективалы йүнәлештәре ауыл хужалығы малдарының генетик үҙенсәлектәрен, ген инженерияһын, ҡиммәтле культуралы үҫемлектәрҙең ДНК-маркерҙарын, үҫеште стимуллаштырыусы бактерияларҙы өйрәнеүгә, ауыл хужалығы һәм сәнәғәттең органик ҡалдыҡтарын утилләштереүгә, яҙғы йомшаҡ бойҙай потенциалына ҡағылды. БЕЛЕШМӘ: Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште Рәсәй Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ. https://campusufa.ru/news/1621 Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!