Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башҡортостандың креатив иҡтисады: йүнәлештәр, ҡиммәттәр, алымдар, үҫеш” стратегик сессияһында ҡатнашты. Сараны Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студент кампусында ойошторҙолар. Абруйлы ҡунаҡтар араһында “Креатив иҡтисад” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы президенты Марина Монгуш, Рәсәй Президентының Ижтимағи проекттар идаралығы референты Владимир Костеев бар ине. Радий Хәбиров сәләмләү телмәрендә Башҡортостандың илдәге иң яҡшы үҙенсәлекле төбәктәр иҫәбенә инеп, ошо өлкәлә Рәсәй милли премияһын алыуын билдәләне. – Үҙебеҙҙең республикала ла ошондай уҡ премия булдырҙыҡ. 10 номинация буйынса 400-ҙән ашыу ғариза тапшырылды. Конкурста ҡатнашыусыларҙың әүҙемлеге дөрөҫ йүнәлештә барыуыбыҙҙы раҫланы. Бөгөн кис иң-иңдәрҙе бүләкләйбеҙ, – тине төбәк етәксеһе. Өр-яңы индустрияларҙы үҫтереү – эшебеҙҙәге төп йүнәлештәрҙең береһе. Һәм беҙ ошо юҫыҡта уңышҡа өлгәшергә ниәтләйбеҙ. Тәү сиратта ойоштороу мәсьәләләрен хәл иттек, тейешле хоҡу