Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Юристар көнө хөрмәтенә республика башҡарма органдары һәм ведомствоға ҡараған ойошмаларҙың юридик хеҙмәттәре вәкилдәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Андрей Назаров тантанала Юристар көнө тарихының юридик берләшмә вәкилдәрен берләштереү идеяһы менән бәйләнгәнен билдәләне. – Дәүләт органдары һәм ойошмалары юристары норматив хоҡуҡи акттарҙы эшкәртеүгә, камиллаштырыуға һәм ҡулланыуға төп өлөштө индерә. Быйыл ғына ла республика Хөкүмәтенең хоҡуҡи хеҙмәте Башҡортостан Башлығы һәм Хөкүмәтенең ике меңдән ашыу акт проекттарын ҡараны, 1800-гә яҡын ғәмәлдәге акттарҙың хоҡуҡи ҡулланыу практикаһын өйрәнде. Һөҙөмтәлә закондарҙы камиллаштырыу буйынса 185 тәҡдим индерелде, өстән бер өлөшө тиерлек тормошҡа ашырылды, – тине Андрей Назаров. Хөкүмәт Премьер-министры тантанала ҡатнашыусыларға юғары профессионализмдары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уларҙың дәүләт идараһы һөҙөмтәлелеген күтәреүҙә айырым ролен билдәләне. Юридик берләшмәнең алтмыштан ашыу