“Мин байрамдарҙы яратмайым. Бер байрамды ла – Яңы йылды ла, 8 Мартты ла, тыуған көнөмдө лә, май байрамдары ише оҙайлы ялдарҙы ла... Сөнки япа-яңғыҙмын. Ярай әле, бесәйем бар. Ул миңә иптәш тә, йыуаныс та. Яңғыҙ ҡалыуымда ниндәйҙер кимәлдә әсәйем дә ғәйепле. Ул күптән мәрхүмә инде. Әлбиттә, аңлайым, үлгән кеше тураһында насар һөйләргә ярамай. Шулай ҙа ҡайһы берҙә, айырыуса ошондай ғаилә байрамдарында, парлыларға, балалыларға көнләшеп ҡарайым. Уларға күңелле, уларҙы ҡотлайҙар, ҡунаҡҡа йөрөшәләр. Мин Өфө ҡалаһында ғаиләлә яңғыҙ ҡыҙ булып үҫтем. Бала сағым матур, етеш тормошта үтте. Мәктәптә ныҡ яҡшы уҡыным, фортепиано буйынса музыка мәктәбен тамамланым. Үҙем теләгән һөнәр буйынса юғары уҡыу йортона уҡырға индем. Университеттан һуң фән юлынан китергә ҡарар иттем. Был теләгемде уҡытыусы булып эшләгән әсәйем дә, ҙур заводта инженер булған атайым да хупланы. Тик атайым минең диссертация яҡлауымды күреп өлгөрмәне, йөрәк өйәнәгенән ҡапыл вафат булды. Беҙ әсәйем менән икәү генә ҡалдыҡ. Был ваҡы