Найти в Дзене

“Миңә ҡурҡыныс түгел, ерҙән ни тиклем алыҫ булыуымды күрмәйем бит”,

Өфө егете Артем Бондаренко, ҡаяға менеү спорты буйынса республиканан берҙән-бер һуҡыр спортсы, ноябрь аҙағында Мәскәүҙә үткән халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашты. Яҡташыбыҙ, ҡаршылыҡтарҙы еңеп, беренсе урынға лайыҡ булды. Тырышлыҡ, маҡсатҡа ынтылыш мөғжизә тыуҙыра. Артемдың рух ныҡлығы күптәр өсөн өлгө булырлыҡ. Ул тыумыштан һуҡыр, профессиональ рәүештә адаптив ҡаяға менеү спорты менән шөғөлләнә. Егеттең ҡаҙаныштарына, уңыштарына кем генә һоҡланмай бөгөн. “Миңә ҡурҡыныс түгел, ерҙән ни тиклем алыҫ булыуымды күрмәйем бит”, – ти ул. Артемға 19 йәш. Быйыл ул университетҡа уҡырға ингән, киләсәктә программист булырға теләй. Ә күнегеүҙәр уға яҡшы физик формала булырға ярҙам итә. Спортсыны республикала билдәле тренер Тимур Әбдрәшитов күнектерә. Артем – республикала адаптив ҡаяға менеү буйынса берҙән-бер спортсы. Өс йыл элек параклаймбинг буйынса донъя чемпионатында ҡатнаша. Трассаның бик ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшә. Егеттең ата-әсәһе улдарының һәр аҙымын дәртләндереп, ярҙ

Өфө егете Артем Бондаренко, ҡаяға менеү спорты буйынса республиканан берҙән-бер һуҡыр спортсы, ноябрь аҙағында Мәскәүҙә үткән халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашты. Яҡташыбыҙ, ҡаршылыҡтарҙы еңеп, беренсе урынға лайыҡ булды. Тырышлыҡ, маҡсатҡа ынтылыш мөғжизә тыуҙыра. Артемдың рух ныҡлығы күптәр өсөн өлгө булырлыҡ. Ул тыумыштан һуҡыр, профессиональ рәүештә адаптив ҡаяға менеү спорты менән шөғөлләнә. Егеттең ҡаҙаныштарына, уңыштарына кем генә һоҡланмай бөгөн. “Миңә ҡурҡыныс түгел, ерҙән ни тиклем алыҫ булыуымды күрмәйем бит”, – ти ул. Артемға 19 йәш. Быйыл ул университетҡа уҡырға ингән, киләсәктә программист булырға теләй. Ә күнегеүҙәр уға яҡшы физик формала булырға ярҙам итә. Спортсыны республикала билдәле тренер Тимур Әбдрәшитов күнектерә. Артем – республикала адаптив ҡаяға менеү буйынса берҙән-бер спортсы. Өс йыл элек параклаймбинг буйынса донъя чемпионатында ҡатнаша. Трассаның бик ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшә. Егеттең ата-әсәһе улдарының һәр аҙымын дәртләндереп, ярҙам итеп тора. Уның башҡа шөғөлдәре лә етерлек: йөҙөү, шахмат, самбо, өҫтәл теннисы. Әҙәбиәт өлкәһендә лә үҙен һынап ҡарай. Уның ҙур хыялы – Паралимпиадала ҡатнашыу, адаптив ҡаяға менеү спортын ярыш программаһына индерерҙәр тип өмөтләнә. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! Фото:Башҡортостан Спорт министрлығы.