Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Чиновниктарға ҙур корпоративтар ойоштормаҫҡа ҡуштылар

Яңы 2026 йылдың етеүенә өс аҙнанан саҡ ҡына күберәк ваҡыт ҡала килә. Һәр ваҡыттағыса республика был көнгә яуаплы әҙерләнә. Тик һалҡындарҙың һәм ҡарҙың булмауы ғына эште бер ни тиклем тотҡарлай. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яуаплы министрлыҡтарға бер нимәгә ҡарамай әҙерлек эштәрен дауам итергә ҡушты. – Көндәр һалҡыная башланы, хәҙер беҙ тиҙерәк боҙҙоң барлыҡҡа килеүен көтәбеҙ - был боҙҙан фигуралар һәм кәртәләр эшләргә мөмкинлек бирәсәк. Өфөлә һәм ҡалаларҙа яҡтыртылған арт-объекттар ҡуйыла, – тине торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова. – Ошо шарттарҙа процесс менән идара итегеҙ, – тине Радий Хәбиров. Шулай уҡ республика Башлығы мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙингә балалар өсөн Яңы йыл байрамдарын үткәреү мәсьәләләрен контролдә тоторға ҡушты.Әйткәндәй, быйыл 25 декабрҙә Башҡортостан Башлығы шыршыһы үтә. Радий Хәбиров сараларҙы үткәреү хәүефһеҙлеге нормаларын үтәү кәрәклеген дә билдәләне. Мәҙәниәт министрлығына төбәк етәксеһе яңы йыл саралары планы хаҡында иҫкә төшөрҙө

Яңы 2026 йылдың етеүенә өс аҙнанан саҡ ҡына күберәк ваҡыт ҡала килә. Һәр ваҡыттағыса республика был көнгә яуаплы әҙерләнә. Тик һалҡындарҙың һәм ҡарҙың булмауы ғына эште бер ни тиклем тотҡарлай. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яуаплы министрлыҡтарға бер нимәгә ҡарамай әҙерлек эштәрен дауам итергә ҡушты. – Көндәр һалҡыная башланы, хәҙер беҙ тиҙерәк боҙҙоң барлыҡҡа килеүен көтәбеҙ - был боҙҙан фигуралар һәм кәртәләр эшләргә мөмкинлек бирәсәк. Өфөлә һәм ҡалаларҙа яҡтыртылған арт-объекттар ҡуйыла, – тине торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова. – Ошо шарттарҙа процесс менән идара итегеҙ, – тине Радий Хәбиров. Шулай уҡ республика Башлығы мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙингә балалар өсөн Яңы йыл байрамдарын үткәреү мәсьәләләрен контролдә тоторға ҡушты.Әйткәндәй, быйыл 25 декабрҙә Башҡортостан Башлығы шыршыһы үтә. Радий Хәбиров сараларҙы үткәреү хәүефһеҙлеге нормаларын үтәү кәрәклеген дә билдәләне. Мәҙәниәт министрлығына төбәк етәксеһе яңы йыл саралары планы хаҡында иҫкә төшөрҙө. Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы Хөкүмәт ағзаларына һәм муниципалитет етәкселәренә Яңы йылды байрам итеү айҡанлы мөрәжәғәт итте. Ул уларға корпоративтар үткәреүҙе тыйҙы. – Әлегә, махсус хәрби операция барған саҡта, дәүләт хеҙмәткәрҙәренә байрам ҡайғыһы түгел. Мин барыһынан да, шул иҫәптән, Хөкүмәт ағзаларынан да үтенәм – бер ниндәй ҙә ҙур корпоративтар булмаһын. Һуғыш тамамланғас, яҡшы байрам ойошторолор. Беҙҙең бурыс – кешеләргә һәм бигерәк тә балаларға байрамды ойоштороу, оло йәштәгеләргә иғтибар биреү, – тине Радий Хәбиров. Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!