Ике туған апайым Миләүшәгә (исемдәр үҙгәртеп алынды – авт. ) һәм уның ғаиләһенә һәр ваҡыт һоҡланып ҡарайым. Еҙнәм Филүс менән ике бала үҫтерәләр, гөрләтеп донъя көтәләр. Район үҙәгендә күркәм йорт һалып инделәр, икеһе лә аҡсалы эш урынын биләйҙәр, йыш ҡына ял итергә йөрөйҙәр. Ярай, төптән уйлап ҡараһаң, был һанап үткәндәрем бик мөһим дә түгел инде. Иң мөһиме, Филүс еҙнәм эсмәй, тартмай, спорт менән шөғөлләнә, әле дингә лә тартыла башлаған шикелле. Балаларын бик матур итеп тәрбиәләйҙәр. Апайым, уның бәхетле ғаилә тормошо өсөн һәр ваҡыт һөйөнә инем, тик күптән түгел беҙҙең арала булған һөйләшеү уйланырға мәжбүр итте. -Эйе, беҙ тыштан бик бәхетле ғаилә булып күренәбеҙҙер. Ләкин, туғанҡайым, күпме төндә мендәргә ҡапланып илағанымды, нисә тапҡыр йыуыныу бүлмәһенә бикләнеп күҙ йәштәренә ирек биреүемде белһәң икән... Минеңсә, тормош иптәше – ул бергә донъя көткән, мал тапҡан, балалар тәрбиәләгән генә кеше түгел, ә һинең күңел халәтеңде аңлаған, эске кисерештәреңде ҡабул иткән дуҫың, иң яҡын