Өфө уҡыусылары Вуз-ара кампус һәм Евразия ғилми-беле биреү үҙәге ғалимдары әҙерләгән фәнни-популяр маршруттар менән танышыуын дауам итә. Был юлы 1-се республика полилингваль күп профилле гимназияһы уҡыусылары «Тәбиғи-фәнни Өфө: ерҙәге тормоштоң барлыҡҡа килеүенән Вернадский ноосфераһына тиклем» фәнни-популяр маршрутында булды. Экскурсия ҡатнашыусыларға республикала тәбиғи фәндәр өлкәһендәге төрлө фәнни асыштар һәм ҡаҙаныштар менән танышырға һәм үткәндән киләсәккә сәйәхәт ҡылырға мөмкинлек бирҙе. Традиция буйынса сәйәхәттең башланғыс нөктәһе булып Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусы тора. Бында балалар Өфө университеттарының заманса лабораториялары менән танышты, перспективалы фәнни йүнәлештәр һәм эшләнмәләр тураһында белде. Шулай уҡ ғалимдарға һорауҙар бирә алдылар. Маршрутта ҡатнашыусылар ылымыҡтарҙың үҙенсәлектәрен өйрәнеү буйынса лабораторияла интерактив оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты, уларға Өфө фән һәм технологиялар университетының зоология музейында һәм БДПУ
Өфө уҡыусыларына Вуз-ара кампус лабораторияларын күрһәттеләр
8 декабря 20258 дек 2025
2 мин