Уиттиер — донъялағы иң ғәҙәти булмаған ҡала. Бер яҡтан уны тауҙар уратҡан, икенсе яҡтан — океан. Был тар ғына урында бөтә халыҡ бер бинала йәшәй. Ҡала тураһында күптәр яңыраҡ шунда йәшәгән ҡыҙҙың TikTok-та һалған видеояҙмаһынан белеп ҡала. Был бәләкәй ҡала Америка Ҡушма Штаттарының Аляска штатында урынлашҡан. Уның халҡы ни бары 300 тирәһе кеше тәшкил итә. Джанесса исемле ҡыҙ ошо берҙән-бер йортта йәшәй һәм тап ул видеоһын баҫтырып сығарған. Ҡыҙ бында йыл әйләнәһенә 196 фатирҙа 318 кеше йәшәүен һөйләй. Был берҙән-бер бинала барыһы ла бар: почта, сиркәү, магазин һәм төҙөлөш офисы. Шулай уҡ урам аша урынлашҡан мәктәпкә алып барыусы туннель. Элек унда хатта поликлиника ла булған. Шулай ҙа ҡалала табип һәм дежур "ашығыс ярҙам" хеҙмәте эшләй. Бөтә ауыр пациенттарҙы яҡындағы Анкоридж ҡалаһына алып китәләр. Бынан тыш, дүрт километр оҙонлоғондағы туннель бар, ул ҡаланы башҡа донъя менән тоташтыра. Әгәр ул булмаһа, цивилизацияға кәмә, самолет йәки поезда ғына барып етергә мөмкин булыр ине. Ҡалал
Был ҡалала бер генә өй: бөтә халыҡ 14 ҡатлы йортта йәшәй
8 декабря 20258 дек 2025
1 мин