Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ишембай – Воскресенка – Мәләүез юлы туристик маршрут булып тора

Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный прпоект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә Ишембай — Воскресенка — Мәләүез юлына капиталь ремонт тамамланды, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт министрлығынан. Мәләүез районының Воскресенка ауылы менән Ишембай районының Кузнецовск утары араһындағы участка норматив хәлгә килтерелгән. Юлсылар һыу үткәргес торбалар, асфальт-бетон япмаһын эшләй, юл ситтәрен нығыта һәм билдәләр ҡуя. – Элек был юл ҡырсынташ менән ҡапланған булған. 2023 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса уны капиталь ремонтлау башланды. Быйыл был юлдың алты саҡрымына асфальт түшәлгән. Ул Ишембай һәм Мәләүез райондары ауылдарының 160 меңдән ашыу кешеһен транспорт бәйләнеше менән тәьмин итә. Капиталь ремонттан һуң унда йөрөү күпкә хәүефһеҙерәк һәм уңайлыраҡ, — тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Шулай уҡ Ишембай – Воскресенка – Мәләүез юлы туристик маршрут булып тора

Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный прпоект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә Ишембай — Воскресенка — Мәләүез юлына капиталь ремонт тамамланды, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт министрлығынан. Мәләүез районының Воскресенка ауылы менән Ишембай районының Кузнецовск утары араһындағы участка норматив хәлгә килтерелгән. Юлсылар һыу үткәргес торбалар, асфальт-бетон япмаһын эшләй, юл ситтәрен нығыта һәм билдәләр ҡуя. – Элек был юл ҡырсынташ менән ҡапланған булған. 2023 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса уны капиталь ремонтлау башланды. Быйыл был юлдың алты саҡрымына асфальт түшәлгән. Ул Ишембай һәм Мәләүез райондары ауылдарының 160 меңдән ашыу кешеһен транспорт бәйләнеше менән тәьмин итә. Капиталь ремонттан һуң унда йөрөү күпкә хәүефһеҙерәк һәм уңайлыраҡ, — тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Шулай уҡ Ишембай – Воскресенка – Мәләүез юлы туристик маршрут булып тора. Верхотор ауылында Верхотор баҡыр иретеү заводы комплексы урынлашҡан, ул XVIII быуат архитектура ҡомартҡыһы булып тора. Фото: Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.