❌ «Роскомнадзор», ҡануниәтте боҙоу сәбәпле, WhatsApp эшенә яңы сикләүҙәр индерә (РФ-да экстремистик тип танылған һәм тыйылған Meta компанияһына ҡарай). Төп сәбәптәре: ✓мессенджер террористик эшмәкәрлек, шул иҫәптән вербовка өсөн ҡулланыла; ✓платформа мутлашыу һәм башҡа енәйәттәр өсөн ҡулланыла; ✓WhatsApp енәйәттәрҙе булдырмау талаптарын үтәмәй. Сикләүҙәр этаплап индерелә (шылтыратыуҙар сифатын кәметеү август айында башланды). Ҡулланыусыларға милли мессенджерҙарға, мәҫәлән, «MAX»ҡа күсергә кәңәш ителә. Талаптарҙы артабан үтәмәһә, WhatsApp- ты Рәсәйҙә тулыһынса ябыуҙары ихтимал. Күберәк мәғлүмәт — «Объясняем.рф» порталында #Аңлатабыҙ_Башҡортостан
❌ «Роскомнадзор», ҡануниәтте боҙоу сәбәпле, WhatsApp эшенә яңы сикләүҙәр индерә (РФ-да экстремистик тип танылған һәм тыйылған Meta
8 декабря 20258 дек 2025
~1 мин