Белорет районында ҡот осҡос аварияла зыян күргән бала вафат булған. Кисәге аварияның ауыр эҙемтәләре һаман килә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Инйәр янында еңел автомобиль йөк машинаһы менән бәрелешкән. Еңел машина водителе шунда уҡ һәләк була. Салонда уның ҡатыны һәм тағы ла дүрт балаһы була. 2, 3 һәм 4 йәшлек өс баланы ауыр хәлдә Белорет үҙәк район дауаханаһына алып киләләр. Ҡалғандарына амбулатор дауалау тәғәйенләнә. Бөгөн ауыр хәлдә булған дүрт йәшлек бала һәләк булды. Тағы ла ике сабый дауаханала ҡала.Табиптар уларҙың торошон сағыштырмаса тотороҡло, тип баһалай һәм уларҙы Республика балалар клиник дауаханаһына күсереүҙе планлаштыралар. Туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Белорет районында ҡот осҡос аварияла зыян күргән бала вафат булған
8 декабря 20258 дек 2025
~1 мин